Гүзәл заттар бөгөн иғтибарға һәм ихтирамға күмелде

Гүзәл заттар бөгөн иғтибарға һәм ихтирамға күмелде 08.03.2016

Ниндәй генә быуын вәкилдәре булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы өйҙә генә түгел, йәмәғәт урындарында ла тәбрикләйҙәр. Яҙҙың тәүге байрамы бигерәк тә ир-егеттәр өсөн мәшәҡәтле булды. Кемдер гөлләмә, берәүҙәр бүләк артынан «йүгерҙе».

Документ урынына гөлләмә. Юл хәүефһеҙлеге һағында тороусылар Өфөнөң Октябрь проспектында ҡатын-ҡыҙ водителдәрҙе документтарын тикшереү йә, штраф һалыу өсөн түгел, ә сәскә бүләк итеү өсөн туҡтатты. Шулай уҡ Башҡортостандың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов исеменән ҡотлау открыткаһы ла алған гүзәл заттар  көтөлмәгән бүләктән аптырап алды. Троллейбус йөрөтөүсе гүзәл заттар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Руль артындағы ҡатын-ҡыҙҙарға ихтирам, хөрмәт күрһәтеүгә ҡоролған матур акция йыл һайын үткәрелеп килә.  
Яҙҙың тәүге байрамы сәскә менән сауҙа иткән магазиндар өсөн отошло булды. Халыҡ гөлләмәләрҙе ҡосаҡ-ҡосаҡ алды тиһәң дә арттырыу булмаҫ. Бигерәк тә яҙғы сәскәләргә ихтыяж ҙур. Ул ләлә, мимоза, орхидеялар. Гөлләмәнән саҡ ҡына ҡалышып, икенсе баҫҡысты татлы ризыҡтар биләй. Улар ҙа ябай түгел, ә төрлө емеш-еләктәр менән биҙәлгәне. Ә инде бүләктәргә килгәндә...
Ябай гөлләмәме, ҡиммәтле бүләк, йә ваҡ-төйәк әйбер булһынмы, гүзәл заттар өсөн бүләктән бигерәк иғтибар мөһим. Яҡындарыбыҙға байрамда ғына түгел, һәр көн йылы мөнәсәбәттә булайыҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку