Гәүһәр туй

Гәүһәр туй 20.07.2017

Ошо көндәрҙә Өфөнөң Калинин районы ЗАГС-ында  Миңлезифа һәм Лотфулла Мөхәмәтшиндар тәбрикләнде. Өлгөлө пар ҡулға-ҡул тотоношоп 60 йыл ғүмер итә. Офицер ғаиләһе, Бөйөк Ватан һуғышының тыл хеҙмәтсәндәре күптәргә өлгө булырлыҡ.

Бынан 60 йыл элек Мөхәмәтшиндар ғаиләһенә нигеҙ һалынғанда бындай  музыка уйнамаған. Сөнки бер-береһенә беренсе синыфтан ғашиҡ йәштәр ата-әсәләренән йәшерен рәүештә яҙылыша. Кейәү кәләшенең паспортын ала ла, Загс-ҡа алып китә. Ә туй һуңынан була. Шул ваҡыттан алып Мөхәмәтшиндар ғаиләһе тормош ауырлыҡтарын иңгә-иң терәп үткәрә.

Алты тиҫтә йыл бәхетле ғүмер иткән ир менән ҡатын  әле лә  бер-береһенә һөйөп ҡарай. Мөхәббәтле парҙың тормош юлы  күптәргә үрнәк булырлыҡ.  

Балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә йыйылғанда Мөхәмәтшиндар  фотоальбомдар ҡарап хәтирәләргә бирелергә,  матур табын ҡорорға ярата. Юбиляр ғаиләне  ҡотларға хеҙмәттәштәре лә килде. Республикала оҙаҡ йылдар татыу ғүмер итеүсе ғаилә парҙарҙы тәбрикләү күптән инде матур йолаға әйләнгән.  Бындай саралар, ныҡлы  ғаиләлә ил күрке тигән һүҙҙәрҙең хаҡлығын йәнә иҫбатлай.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика