Футбол яланы илдә иң яҡшыларҙан, уның ҡарауы, стадиондың кейем алмаштырыу бүлмәһе, трибуналар етешһеҙлектәр менән төҙөлгән

Футбол яланы илдә иң яҡшыларҙан, уның ҡарауы, стадиондың   кейем алмаштырыу бүлмәһе,  трибуналар  етешһеҙлектәр менән  төҙөлгән 25.05.2015

Республика башлығы бөгөн баш ҡалалағы спорт объектында төҙөлөш барышын тикшереп  кәмселектәрҙе төҙәтеү бурысын ҡуйҙы.

Стадионды төҙөкләндереү  финиш һыҙығына яҡынлаша.  Ремонт эштәренә старт дүрт йыл элек бирелгән, проекттың хаҡы - 1 миллиард һумдан ашыу.  Әммә  сығымдар ҙур булһа ла, сифат юғары тип әйтеп булмай.  Кейем алмаштырыу бүлмәләре бик бәләкәй,  икенсенән, ул  илке-һалҡы  итеп эшләнгән. Ошондай уҡ баһаны душ бүлмәһе, матбуғат үҙәге һәм башҡа бүлмәләр хаҡында ла әйтергә мөмкин.
Стадион 15 меңдән ашыу көйәрмәнгә иҫәпләнгән, ул яҡтыртыу ҡоролмалары,  ҙур  экрандар менән йыһазландырылған,  әммә трибуналарҙың  дөрөҫ урынлашмауы көйәрмәндәргә күреү мөмкинлеген насарайта. Айырыуса, беренсе рәттәге эскәмйәгә ултырыусылар өсөн.
Тағы бер проблема -  төҙөүселәр  трибуна аҫтына инеү өсөн урын ҡалдырмаған,  әлегә бында  ямғыр һыуы ғына йыйылып ята,  ә уйындар башланыу менән эскәмйә аҫтары сүп-сар ояһына әйләнеүе лә ихтимал. Рөстәм Хәмитов был етешһеҙлекте тиҙ арала төҙәтеү бурысын ҡуйҙы.
Стадиондың иң ҙур ғорурлығы - яһалма футбол яланы, ул заман талаптарына  тулыһынса яуап бирә. Синтетик  ҡатлам составы буйынса тәбиғи материалға  яҡынлаштырылған,   айырманы хатта, ҡоштар ҙа  аңлай алмай.  
Футбол майҙанына йәйелгән ошо япма иң һуңғы технологиялар буйынса эшләнгән. Бындай спорт майҙансыҡтары Рәсәйҙә ни бары дүртәү. Яһалма газон араһына  ошондай ағас киҫәксәләре һибелгән, был фуболсыларҙы тайып киткән ваҡытта йәрәхәт алыуҙан һаҡлай, икенсенән,  ағас онтаҡтары резинанан айырмалы дымды яҡшы һеңдерә,  эҫе ҡояш аҫтында уның еҫе лә сыҡмай.
Футбол яланының яһалма йылытыу системаһы ла бар, был уйындарҙы  һалҡын  мәлдә лә уҙғарыу мөмкинлеген бирә.
Яңыртылған стадионда  балалар өсөн дүрт бәләкәй майҙансыҡ, запас ялан да ҡаралған.  Бында балалар футбол мәктәбе лә урынлашасаҡ.  Стадионда тура трансляциялар өсөн уңайлыҡтар ҙа тыуҙырыған, майҙандың төрлө мөйөштәрендә урынлаштырылған прожекторҙар болотло  мәлдә лә яҡтылыҡты көйләү мөмкинлеген бирә.  Видеокамералар  ҡуйыу урыны ла  әҙерләнә. Шулай уҡ  биҙәү эштәрен йомғаҡлау, тренерҙар эскәмйәһе, хәүефһеҙлек системаһы  ҡуйыу ҡаралған. «Өфө» клубы  был стадионда тәүге  матчын киләһе миҙгелдә уҙғарасаҡ, әлегә тиклем уйынсылар  Рәсәй чемпионаты сиктәрендәге уйындарҙы сит  стадиондарҙа үткәреп торорға мәжбүр булған.  
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку