ФМ 104 тә 0 мегагерц

ФМ 104 тә 0 мегагерц 12.07.2014

«Волга буйы федераль округының иң яҡшы радиоһы» тип танылған «Юлдаш» каналын хәҙер Ырымбур өлкәһендә йәшәүселәр ошо йышлыҡта тыңлай ала. «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы тапшырыуҙарын радиотранслятор аша ҡабул итә башлауға арналған тантана Ҡыҙыл Гвардия районының үҙәге - Плешанов ауылында уҙҙы.

Плешанов ауылында йәшәгән Дилә һәм Әхмәтфәйез Хөсәйеновтар «Юлдаш» тураһында күптән ишетеп белә. Әммә уны тыңлау мөмкинлегенән мәхрүм була. Сөнки бындағы радиоалғыстар каналды тотмай. Бөгөн иһә уларҙың хыялы тормошҡа ашты. Был Плешанов ауылындағы радио-телевизион станция. Ундағы радиотранслятор тәүлек әйләнәһенә "Юлдаш"каналы тапшырыуҙарын ҡабул итә. Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районында бер-нисә мең милләттәшебеҙ йәшәй. Хәҙисә Ҡалмантаева, эшҡыуар: «Юлдаш» тапшырыуҙары араларҙы яҡынайта, рухландыра, дәртләндерә». Юлдаш радиоһы тапшырыуҙарын ҡабул итә башлау тантанаһы радиотранслятор ҡуйылған ауыл - Плешановола үтте. Николай Чернышев, район хакимиәте башлығы: «Был ваҡиға - тарихи әһәмиәткә эйә, сөнки яҡташтарыбыҙ «Юлдаш» радиоһын күптән тыңларға теләй ине. Һәм бына халыҡ үтенесе тормошҡа ашты». «Юлдаш» - Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районында эшләй башлаған тәүге радио. Башҡортостан «Юлдаш» телекоммуникациялары ойошмаһы вәкилдәре белдереүенсә, алдағы көндәрҙә Ҡыуандыҡ районындағы станцияға ла махсус ҡоролма ҡуйыу планы бар. Киләсәктә иһә Силәбе, Ҡурған һәм Һамар өлкәләрендә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә радиоалғыстарын «Юлдаш»ҡа көйләйәсәк. Тимәк, дуҫлыҡ радиоһын тыңлаусылар тағы ла артасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку