Февраль яҙы, йәғни был айҙа синоптиктар аномаль йылы көндәр вәғәҙә итә

Февраль яҙы, йәғни был айҙа синоптиктар  аномаль йылы көндәр вәғәҙә итә 02.02.2016

Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла һауа торошо тотороҡһоҙ булыуы көтөлә. Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көсөргәнешле режимда эшләһә лә, баш ҡала халҡы уларҙың хеҙмәтенә ризаһыҙлыҡ белдерә.

Славяна Овчинниковаға ҡулына көрәкте йыш алырға тура килә. Бөгөн  "тимер ат"ын көрттән сығарыу  уғата оҙаҡҡа һуҙыла. Коммуналь хужалыҡ техникаһы Октябрь проспектында урынлашҡан ихата алдарын таҙартҡанда ҙур ҡар өйөмдәре яһап, бер нисә автомобилде ҡамауҙа ҡалдырған. Һөҙөмтәлә әсә ҡыҙын түңәрәккә алып барып өлгөрмәй.
Славяна Овчинникова, Өфө ҡалаһында йәшәүсе: «Махсус техника юлдарҙы таҙарта ла ул, тик уларҙан һуң беҙ ҙә ҡулға көрәк алабыҙ. Ышанаһығыҙмы, юҡмы кисә машинамды ҡалдырғанда,бында бер ниндәй ҙә көрт юҡ ине. Сыҡһам, автомобиль,хатта, күренмәй ҙә...»
Бәлки, ҡатындың оло юлға сыға алмауы хәйерлегәлер ҙә. Сөнки һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе - епшек ҡар яуыуы, һепертмә буран сығыуы автомобиль хәрәкәтен бер аҙ ҡатмарлаштырҙы. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлек эсендә генә ун ике авария осрағы теркәлгән, унда ун туғыҙ кеше зыян күргән. Өфөнөң Интернациональ урамында кис 74-се маршрут буйынса хәрәкәт итеүсе  «Форд Транзит» һулға боролғанда, еңел автомобилгә юл бирмәй. Көслө бәрелештә өс пассажир йәрәхәтләнә. Шул уҡ ваҡытта кисә 58 иҫерек автоһәүәҫкәр тотолған, боҙлауыҡта йөрөргә ҡурҡмағандар, күрәһең. Социаль селтәрҙәрҙә бөгөн дә бер нисә «тимер ат»тың юл ситенә осоп, көрткә батҡан фотоһүрәттәрен күрергә мөмкин.
Өфөлә юлдарҙы таҙартыуға, көрттәрҙе йырыуға 300-гә яҡын махсус техника йүнәлтелгән. Яуым-төшөм эш күләмен арттырған. Шул уҡ ваҡытта водителдәрҙең ҡағиҙәләрҙе боҙоп, «тимер ат»тарын рөхсәт ителмәгән урындарҙа ҡалдырыуы мәсьәләне киҫкенләштерә генә.
Юлдар ғына түгел, йорт ҡыйыҡтары ла ҡарҙан таҙартыла. Октябрь проспектында,мәҫәлән, магазин, башҡа төр хеҙмәт тәҡдим итеүсе ойошмаларҙың күп булыуы коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең эшен ҡатмарлаштырған, халыҡ бында таҫма менән уратылған  урындарҙы ашатлап тигәндәй үтергә тырыша. «Әлегә өй янынан уҙырға рөхсәт ителмәй»,-тигән һүҙҙәрҙе  ишетергә лә теләмәйҙәр.
Епшек ҡарҙан һуң ғәҙәттәгесә, юлдар боҙлауыҡ менән ҡаплана. Шуға автоһәүәҫкәрҙәргә генә түгел, йәйәүлеләргә лә иғтибарлы булыу мөһим. Әтйкәндәй, синоптиктар февраль Рәсәй өсөн үтә лә йылы киләсәк тигәйне. Был фараздар айҙың тәүге көнөнән үк юш килде.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика