Федоровка районы  Бала Сытырман ауылының  балыҡсылыҡ хужалығы быуалары аҡҡоштарҙың яратҡан урынына әйләнгән 23.06.2015

Йыл һайын бында  4-5, ҡайһы саҡта һигеҙәр пар аҡҡош  осоп килә. Улар иртә яҙҙан көҙгә тиклем урындағы халыҡты шатландыра, йылы яҡҡа  ҡошсоҡтары менән юллана.  Ауыл кешеләре фекеренсә, ҡоштарҙы бында быуа ситендәге ҡуйы ҡамышлыҡтан тыш, кешеләрҙең яҡшы мөнәсәбәте лә йәлеп итә. 20 йыл эсендә төбәктә  аҡҡоштарға бәйле бер генә лә браконьерлыҡ осрағы теркәлмәгән.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика