Федераль трассалар етди күҙәтеү аҫтында 20.01.2016

Баш ҡалала республика аша үткән федераль юлдарҙың торошо тураһында һөйләнеләр. Һауа шарттарының боҙолоп тороуы арҡаһында был мәсьәлә айырыуса көнүҙәк. Бигерәк тә М 5 Һамар - Өфө - Силәбе трассаһы водителдәргә ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.

Башҡортостанда федераль  кимәлдәге трасса 8 йөҙ саҡрымдан ашыу. Автомобиль юлдарын күҙәтеү идаралығы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, юл буйындағы 15 базала 84 мең кубометр ҡом, 30 тоннанан ашыу тоҙ әҙерләнгән. Юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуға 200 берәмек техника йәлеп ителгән.
Сергей Мережко, транспорт өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең башҡортостан идаралығы етәксеһе: «Күптән түгел генә беҙҙең идаралыҡ һаулыҡ һаҡлау һәм  ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары менән берлектә ҙур кәңәшмә уҙғарҙы. Унда һауа шарттарын иҫәпкә алып юлдарҙа хәүефһеҙлек мәсьәләһе тикшерелде. Юлдарҙың торошо ярайһы уҡ яҡшы. Хәҙер беҙгә тәбиғәт күренештәренә әҙер булырға кәрәк. Ырымбур өлкәһендәге кеүек  күңелһеҙ хәлдәргә юл ҡуйырға ярамай».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика