Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы йыл йомғаҡтарын барлай

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы йыл йомғаҡтарын барлай 25.12.2015

Ошо уңайҙан бөгөн киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығындағы матбуғат конференцияһы үтте. Сара сиктәрендә йыл дауамында ведомство вәкиллеге менән берлектә эшләгән иң яҡшы журналистар билдәләнде.

Улар араһында беҙҙең хеҙмәттәштәребеҙ ҙә бар: «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы хеҙмәткәре Ирек Әхмәтшин, Башҡортостан юлдаш телеканалы режиссеры Рәсимә Ихсанова һәм «Яңылыҡтар» программаһы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин тәбрикләнде. Суд приставтары идаралығы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткәне өсөн республиканың төп телеканалы етәкселеге Рәхмәт хаты менән билдәләнде. Уҙып барған йыл ведомствоға еңелдән бирелмәне, шулай ҙа  дәүләт ҡаҙнаһына аҡсаларҙың күпмелер өлөшөн ҡайтарыуға өлгәште. Эш әле яйға һалынған. Төрлө акция, саралар уҙғарыла. Ә инде ғинуарҙан үҙ көсөнә инәсәк закон бурыслылар өсөн тағы ла ҡәтғиләшә. Суд приставтары водитель таныҡлығын тартып алыу хоҡуғына эйә буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку