Федераль кимәлдә эҙләнгән Ҡайғолов ҡулға алынды 30.03.2015

Радик Ҡайғолов торлаҡ төҙөлөшөнә өлөшләтә аҡса индереүселәрҙе алдауҙа ғәйепләнә. Мутлашыусы халыҡтан 3 йөҙ миллион һум тирәһе аҡса үҙләштергән.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Башстрой» компанияһы директоры Радик Ҡайғоловҡа ҡарата ризаһыҙлыҡ акциялары былтыр уҡ башланды.  Ул етәкләгән төҙөлөш ойошмаһы берәүҙәрҙең йортон төҙөп бөтмәгән, икенселәренең фатирын бер-нисә кешегә һатҡан, бәғзеләренең хатта, нигеҙе лә һалынмаған.
Тикшереү барышында төҙөлөш ойошмаһы тарафынан мутлашыу осрағы асыҡлана. Уның етәксеһе Ҡайғоловҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ләкин ул хоҡуҡ һаҡсыларынан ҡаса. Федераль кимәлдә эҙләнгән мутлашыусы баш ҡалала ҡулға алынған.
Анастасия Остроумова, тәфтишсе: «Тикшереү барышында Радик Ҡайғолов юғалды. Һыңынан уны федераль эҙләүгә бирҙеләр. 26 мартта Өфөлә иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш идаралығы хеҙмәткәрҙәре уны ҡулға алды. Ленин районы суды ғәйепләнеүсене һаҡ аҫтына алыу тураһында ҡарар сығарҙы».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика