Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы республика биләмәләрендә террористик һәм экстремистик ғәмәлдәрҙе иҫкәртеү буйынса планға ярашлы эшен дауам итә 05.02.2015

Тикшереү саралары барышында идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре Өфө ҡалаһы, Өфө һәм Шишмә райондарында  халыҡ-ара «Хизб ут -Таһрир әл-Ислами» террористик ойошмаһының төркөмдәре булыуын асыҡланған.

Был төркөмдәрҙең енәйәтсел эшмәкәрлек алып барыуы иҫбат ителгән. Суд ҡарарҙары нигеҙендә ошо йылдың 4 февралендә Федераль именлек хеҙмәте идаралығы һәм Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ойошманың 20 ағзаһы йәшәгән урындарҙа тикшереү саралары үткәргән. Һөҙөмтәлә уларҙың енәйәтсел эшмәкәрлеген дәлилләүсе өҫтәмә материалдар тупланған.
Атап әйткәндә, хоҡуҡ һаҡсылары уларҙан федераль кимәлдә экстеремистик материалдар исемлегенә индерелгән китаптар һәм башҡа агитация баҫмаларын тапҡан. Шик аҫтына алыныусылар ваҡытлыса изоляторҙарға урынлаштырылған. Әле уларға ҡарата хөкөм язаһын билдәләү мәсьәләһе хәл ителә. Оператив саралар дауам итә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика