Фатирһыҙ етем

Фатирһыҙ етем 21.01.2015

Өфөлә йәшәүсе Ольга Каунованы  торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратҡа ҡуймайҙар.  Йәшәргә яраҡһыҙ баракта теркәлгән йәш әсә әле бәләкәй сабыйы менән кеше фатирында йәшәргә мәжбүр.  

Тәҙрәләрҙә  шыптыр, түбә-ишектәрҙә  ярыҡтар, бүлмә уртаһында мейес. Баракта йәшәү өсөн шарттар юҡ. Тик тап ошо торлаҡ етем  Ольга Кауноваға фатирлы булырға ҡамасаулай.  Ольгаға был баракта теркәлергә алыҫ туғандары булышлыҡ итә,  әммә был ярҙам ярҙан этеү генә булып сыға. Һөҙөмтәлә  ҡыҙҙы йәшәр ере бар тип фатирға сиратҡа  ҡуймайҙар.  Ольга балалар йортонан сыҡҡандан һуң  ошо баракта йәшәргә мәжбүр була.  Йәш ҡатындың йөклө ваҡыты ла 15 квадрат метрлыҡ ошо бүлмәлә  уҙа.
Ольга Каунова: «Мин торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға   документтар йыйып ҡараным, әммә файҙаһыҙ. Теркәү урының бар тип яуап ҡайтаралар. Ә был барак бит йәшәргә яраҡһыҙ.  Яҡлаусы кешең булмағас административ кәртәләрҙе еңеп булмай. Мин үҙемдең шул тиклем көсһөҙ икәнемде аңланым».
Барак бүлмәһендә ҡыш көнө  ел уйнап тора. Сабыйы йыш ҡына ауырый башлағас  Ольга кеше фатирына күсеп сығырға мәжбүр була. Әммә ҡуртымға алынған торлаҡта ла  артыҡ  уңайлыҡтар юҡ, бәҙрәф урамда, һыуҙы йылытырға кәрәк. Уның ҡарауы ай һайын хужаларға 10 мең сығарып һалырға тейешһең. Йәш әсәнең   барлы-юҡлы пособиеһы  шунда китә. Ҡыҙ әле  техникумда уҡып та йөрөй, стипендия ала, әммә был аҡса ғына  йәшәүгә етмәй, балаға ла аҡса күп кәрәк.
Надежда Безрукова, Ольга Каунованың туғаны: «Бында барактағыға  ҡарағанда яҡшыраҡ, әммә барыбер  бөтә шарттар бар тип әйтеп булмай.  Ольга бигерәк ыҙалап йәшәй, фатир алһа тормошо яйға һалыныр ине».
Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, Ольга Каунованың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса мөржәғәт иткәне юҡ.
Елена Машковская, Өфөнөң Ленин районы хакимиәтенең бүлек мөдире: «Ольга Кауноваға  талап ителгән  документтарҙы туплап беҙгә мөрәжәғәт итеү мөһим. Әгәр уның фатир алыуға хоҡуғы бар икән сиратҡа ҡуясаҡбыҙ. Өфөлә етемдәрҙе һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалыусыларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса эш яҡшы ойошторолған, бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтар юҡ».
Өфөлә  Ольга кеүек ауыр яҙмыш һынауына дусар булған  кешеләргә  юридик ярҙам күрһәтеү буйынса үҙәк эшләп килә. Юристар әйтеүенсә, етемдәр күп осраҡта үҙ хоҡуҡтарын белеп етмәй, тап ошо сәбәп буйынса улар торлаҡһыҙ тороп ҡала ла инде. Ольга Кауноваға әле теркәлгән барактың авария хәлендә булыуын иҫбатлаусы документтар кәрәк. Комиссия ҡарары буйынса ҡыҙҙы  торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратҡа ҡуйырға тейештәр. Юристар етем ҡыҙға ярҙам итергә әҙер.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку