Фашист илбаҫарҙары ҡамауында ас-яланғас баласаҡ, Көнбайыш Украиналағы һуғыш һәм фронтташ дуҫтары үлемен кисергән ветеран

Фашист илбаҫарҙары ҡамауында ас-яланғас баласаҡ, Көнбайыш Украиналағы һуғыш һәм фронтташ дуҫтары үлемен кисергән ветеран 03.04.2015

Яңауыл районында ярты ғүмере һуғыш шарттарында үткән яугир йәшәй.

Григорий Портновтың һәр иртәһе яңы матбуғат менән танышыуҙан башлана. Ветеран ил яңылыҡтарынан ситтә ҡалмаҫҡа тырыша. Бигерәк тә һуңғы осорҙағы мәғлүмәттәр иҫке яраларҙы ҡуҙғата, ти фронтовик. Григорий Портнов һуғышҡа  ун алты йәшендә үк инә.
Григорий Портнов, Бөйөк ватан һуғышы ветераны: «Мин Украинаның Львов ҡалаһында Бандеровсылар менән ике йыл һуғыштым. Ҡаланы азат итеүҙә ҡатнаштым. Халыҡты баҫҡынсылар:ҙын һаҡланыҡ».
Егет ҡорона саҡ ингән Григорий һуғыш тамамланыу менән Ленинградҡа  диңгеҙ эшенә уҡырға ебәрелә. Үҙенең икенсе яртыһын ул Пермь крайында осрата. Александра Афанасьева ла тыл ветераны.
Александра Портнова, тыл ветераны: «Тотош тыл ҡатын-ҡыҙҙар иңендә ҡалғас ирҙәр эшен дә башҡарҙыҡ. Ер ҙә һөрҙөк, бесәнен дә саптыҡ, аттарҙа ла эшләнек. Техниканы ла үҙләштерергә тура килде. Барыһы ла фронт өсөн булды».
Өйләнешкәндән һуң ветерандар Яңауыл районына килеп төпләнә. Ғаилә башлығы машинист ярҙамсыһы булып эшләһә, тормош иптәше сауҙа өлкәһендә хеҙмәт итә. Ике ҡыҙ үҫтереп аяҡҡа баҫтыралар. Бергә йәшәүҙең алтмыш биш йыллығын билдәләйәсәк парҙар ошо арала яңы йорт туйлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика