«Фармленд» дарыухана селтәре хеҙмәткәрҙәре юлда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра! 10.12.2016

Бәхетһеҙ осраҡтарҙы кәметеү маҡсатында «Балҡы, республикам!» социаль акцияһы иғлан ителә. Белорет районында йәшәүселәр ҙә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар тупланмаһын һатып алып, күләмле сараның мөһимлеген билдәләй. Сираттағы велосипед хужаһының да тап ошо тарафтан булыуы осраҡлы түгел. Баҡтиһәң, Ольга Волковаға уңыш йыш йылмая.  

Ханты-Манси округынан Белорет медицина колледжына уҡырға килгән Ольга Волкова донъяла мөғжизә барлығына ышана. Яңы йыл алдынан ул дарыуханала яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар тупланмаһын һатып алып, ике тәгәрмәсле велосипед отто. Был еңеүе хаҡында ул Башҡортостандан ситтә йәшәүсе туғандарын да иҫкәртеп, шатлығы менән уртаҡлашҡан.
Ольга Волкова, велосипед отоусы: «Мин күптән брелок формаһындағы яҡтыртыусы элементтар эҙләй инем. Дарыуханаға ингәс, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы логотибы төшөрөлгәнен таптым. Бик оҡшаны! Велосипедты туғандарыма байрам алдынан бүләк итеп ҡыуандырырға уйлайым».
Белореттар тәүгә генә велосипед отмай. Яҡташтарының еңеүҙәре - урындағы халыҡта фликерҙарға ҡарата иғтибарҙы ла арттырған. Әлфиә Сөләймәнова ла ейәндәренә шәп Яңы йыл бүләге әҙерләй. «Был махсус тупланма балалар өсөн ҡыҙыҡлы эшләнгән, ҡурсаҡ-машиналар ары торһон»,-ти ул. Иң мөһиме - кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу.
Дарыуханала халыҡҡа фликерҙарҙың мөһимлеге хаҡында аңлатыу эштәре даими алып барыла. Учреждение хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, дарыу, төрлө төнәтмәләр һатып алырға килеүселәр социаль акциянан да ситтә ҡалмай. Велосипед еңмәгәндә лә, һәр кемгә иҫтәлеккә бүләккә магнит тапшырыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика