Фәйзрахман Хисмәтуллинға 90 йәш

Фәйзрахман Хисмәтуллинға  90 йәш 07.12.2015

Күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, фиҙаҡәр хеҙмәте менән республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индереүсе Фәйзрахман Хисмәтуллинға  ошо көндәрҙә 90 йәш тулған булыр ине. Ошо уңайҙан  баш ҡалала һәм Әбйәлил районында шәхес иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.

Арҙаҡлы яҡташтары Фәйзрахман Хисмәтуллиндың исемен мәңгеләштереү тантанаһына халыҡ күпләп килде.  Мемориаль таҡтаташ ҡасандыр Фәйзрахман Шәйхетдин улы эшләгән бинаға ҡуйылды. Мәғлүм булыуынса, 1965-1977-се йылдарҙа ул КПСС-тың Әбйәлил район комитетын  етәкләй.  
Район партия комитетының беренсе секретары вазифаһында   Фәйзрахман Хисмәтуллин үҙен алдынғы ҡарашлы етәксе итеп таныта. Замандаштары уны һәр кемгә ихтирамлы, ярҙамсыл кеше ине, тип иҫкә ала.  
Мемориаль таҡтаташ баш ҡалала Фәйзрахман Хисмәтуллин йәшәгән йортҡа ла ҡуйылды. Шәхес үҙе иҫән саҡта кеше  өҙөлмәгән йорт, хәҙер инде һәр кемдең күңел түренән урын алған.      
Фәйзрахман Хисмәтуллиндың Бөйөк Ватан һуғышында үткән яу юлдары бик күп орден-миҙалдар менән билдәләнгән. Тыныс тормошта ла ул үҙен тыуған еренең ысын патриоты итеп күрһәтә, эшләгән һәр ерендә ҙур танылыу яулай. Әлеге көндә шәхестең исемен Әбйәлил районы үҙәге - Асҡар һәм Тупаҡ ауылдары, шулай уҡ  Баймаҡ ҡалаһы урамдары йөрөтә. Халыҡ үҙенең данлыҡлы улын онотмай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку