Өфө йылғаһының яр буйында сираттағы өмә ойошторолдо

Өфө йылғаһының яр буйында сираттағы өмә ойошторолдо 19.08.2016

Баш ҡаланың Һупайлы  биҫтәһендәге биләмә - халыҡтың яратҡан ял урыны. Шул уҡ ваҡытта араларында һыу инеп, аҙаҡ үҙенең артынан сүп-сар ҡалдырыусылар ҙа күп.

Был битараф ҡараш менән ирекмәндәр көрәшкә сыҡты. Шәмбе өмәһендә микрорайонда йәшәүселәр менән бер рәттән торлаҡ-файҙаланыу участкалары һәм янғын частары хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнашты. Бер нисә сәғәт эсендә яр буйы һәм дамба тулыһынса сүп-сарҙан таҙартылды. Махсус техника ярҙамында йылға буйынан 300 пакет көнкүреш ҡалдыҡтары оҙатылды.
Фиҙел Йәлилов, ирекмән: «Ошондай сүп-сар өйөмдәре һәр илле-йөҙ метр һайын ята. Бигерәк тә, һыу инеү урындарында шешәләр, пластик һауыттар күп. Ял итеүселәр әҙәп һаҡлаһын ине. Планетаны балаларыбыҙға тәртиптә ҡалдырайыҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика