Өфө йылғаһында һыу күтәрелеү сәбәпле, "Өфөводоканал" трансформаторҙары подстанцияһында авария! 21.03.2017

Ремонт эштәре ваҡытында баш ҡалала йәшәүселәрҙе һыу менән тәьмин итеү туҡтатылырмы? Бөгөн Көньяҡ һыу үткәргес цехында ғәҙәттән тыш хәл осрағына уҡыуҙар үтте.

Тревога! Һыу скважиналарын электр менән тәьмин итеүсе  трансформатор подстанцияларына йылға һыуы тулған, электр сымында ҡыҫҡа ялғаныш, объектта авария!  Ғәҙәттән тыш хәл  урынына махсус бригада юллана.
Ике моторлы кәмәлә ҡотҡарыусыларҙың бер төркөмө авария эҙемтәләрен бөтөрөргә, икенсеһе - резервтағы скважиналарҙан анализға һыу алырға йүнәлтелә.  
Бәхеткә күрә, бөтә ваҡиғалар ҙа уйлап сығарылған сценарий буйынса ойошторолған. Имеш тә, Өфө йылғаһында һыу кимәле 930 сантиметрҙан ашҡан. Техник төҙөкһөҙлөктө бөтөрөү  өсөн ике трансформатор станцияһында  эште туҡтатып торорға кәрәк.
Дмитрий Любимцев, Көньяҡ һыу үткәргес ҡоролмалары комплексы хеҙмәтенең бүлек етәксеһе: “Бер сәғәттә авария эҙемтәләре бөтөрөлөр тип уйлайым. Хеҙмәткәрҙәр оператив эшләй. Трансформаторҙа ремонт барған саҡта һыу менән тәьмин итеү туҡтатылмаясаҡ.Резервтағыларынан һыу биреләсәк”.
Ғәҙәттән тыш хәл егерменән ашыу скважина эшмәкәрлегенә зыян килтереүе бар. Шуға белгестәрҙең мөмкин тиклем тиҙ эшләүе талап ителә. Экстремаль шарттар һаҡ булыуҙы ла талап итә, әлеге сценарий буйынса бер эшсе аяғын һындырған.
Денис Долгих, “Өфөводоканал” муниципаль унитар предриятиеһы электр монтеры: “Трансформаторҙа эште тамамлап кәмәгә төшкәндә яҙа баҫтым. Хеҙмәттәштәрем  аяғымды бәйләп, әле  дауаханаға илтәләр”.
Көньяҡ һыу үткәргес цехына ҡараған  120 скважина баш ҡала  үҙәген, Дим биҫтәһен  һыу менән тәьмин  итә. Күләмле ғәҙәттән тыш хәл 2014 йылдан бирле теркәлгәне юҡ,  шулай ҙа системала сафтан сығыу осраҡтары  даими күҙәтелә.
Асҡар Фәйзуллин, "Өфөводоканал" муниципаль унитар предприятиеһы директоры  “Бындай уҡыуҙар ташҡын ваҡытына ғына түгел, квартал һайын үткәрелә. Авариялар уйлап сығарыла. Персоналға ул уяулыҡты юғалтмаҫҡа ярҙам итә”.
Авария һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса уҡыуҙы ойошма  етәксеһе ҡәнәғәтләнерлек тип баһаланы. Иң мөһиме, халыҡты сифатлы һыу менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булмаһын.



Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика