Өфө йылғаһы буйында «Таҙа яр» Бөтә Рәсәй акцияһы үтте 02.06.2015

Сара Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы менән республиканың һыу-мотор спорты федерацияһы тарафынан ойошторолдо. Таҙалыҡ акцияһында баш ҡалалағы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре  әүҙемлек күрһәтте.

Шәмбе өмәһе форматында үткән сара тәү сиратта йәштәр араһында тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш булдырыу маҡсатында уҙғарылды. Иң беренсе балалар тәбиғәттең хозурлығын кәмәләрҙә йөрөгән ваҡытта күрә алды. Әммә һыуҙа йөҙөп йөрөгән буш шешәләр, яр буйында ятҡан сүп-сар өйөмдәре  ошо матурлыҡҡа кире йоғонто яһай. Шуға ла акцияла ҡатнашыусылар тирә-яҡты бысратыусы ҡалдыҡтарҙы таҙартып, йәйге каникулды изге эш менән башлап ебәрҙе. Һуңынан инде балалар тәбиғәт ҡосағында төшкө аш ашаны, тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика