Өфө юлдары ниндәй хәлдә? 27.06.2017

Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре баш ҡала урамдары буйлап рейдҡа сыҡты. Бөгөнгө маршрут та халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса төҙөлгән. Ике көн дауамында эксперттар «Яраҡһыҙ юлдар» картаһы проекты сиктәрендә ҡалала йәшәүселәр үҙҙәре билдәләнгән урындарҙы ҡараны.

Проекттың төп маҡсаты: аварияға сәбәпсе булырлыҡ юлдарҙы ипкә килтереү. Әйтергә кәрәк, интерактив карта эш башлау осоронда ғына ҡала халҡы 2 меңдән ашыу соҡорҙо һәм ике йөҙгә яҡын урамды билдәләгән. Мөрәжәғәттәр иҫәпкә алынып, капиталь ремонт программаһына индерелгән. ¤
Дмитрий Цопов, Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының «Яраҡһыҙ юлдар картаһы» проектында ҡатнашыусы: «Өфөнөң Гоголь, Достоевский, Киров, Сәғит Агиш урамдары буйлап тикшереү үткәрҙек. Уларҙа беҙ сатнаған урындар бар. Беҙ беләбеҙ әгәр ҙә ул етешһеҙлектәрҙе ваҡытында бөтөрмәһәк, ҡыш көнө соҡорҙарға һыу тулып, туңа. Ә был асфальтты емереүгә килтерә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика