Өфө һыу каналы яҙғы ташҡын мәлендә штат режимында эшләйәсәк

Өфө һыу каналы яҙғы ташҡын мәлендә штат режимында эшләйәсәк 10.03.2017

Ике тапҡырға күберәк  яуым-төшөм яҙғы ташҡындың көслө буласағы хаҡында иҫкәртә. Һыу таҙалығы һағында тороусыларға ла яуаплылыҡ  арта.

Өфөнөң төньяҡ һыу ебәреү ҡоролмаһының махсус  цехында   натрий гипохлоридын аш тоҙонан етештерәләр. Һыуүткәргестәргә ебәрелә торған һыуҙы бындай ысул менән таҙартыу хәүефһеҙ һәм ышаныслы. Был тоҡтағы тонна тоҙ махсус һауытҡа бушатыла. Айына биш тоннан ашыу тоҙ ҡулланыла. Һыу ебәреү ҡоролмаһында скважиналарға ҡар һыуҙары эләкмәһен өсөн герметиктар ҡулланыла.  Ҙур һыу килеү осрағына таҙартыу өсөн өҫтәмә  реагенттар резервта һаҡлана.
Павел Серебряков, «Өфө  водоканал» предприятиеһының баш диспетчеры: «Һыу таҙартыу өсөн натрий гипохлоридын ҡулланыу 2007 йылдан башҡарыла. Бындай ысулды беҙ өс һыу ебәреү  ҡоролмаһында ҡулланабыҙ. Ғәҙәти аш тоҙо электролизлана һәм натрий гипохлорды алына. Бындай ысул ғәҙәти хлор ҡулланыуға ҡарағанда хәүефһеҙ һәм уңайлы».
Яҙғы ташҡын осоронда ҡаланың  һыу ебәреү селтәрендә көнөнә 45 -ләп нөктәнән һыуға анализ үткәрелә. Технологик талаптар нигеҙендә һыу анализы йышлығы өс тапҡырға арта. Оператив күрһәтмәләрҙән сығып, техноген бысраныуҙар осрағы булғанда 300 төрлө бысраҡ ферменттарға киңәйтелгән һыу анализы эшләнә. Хлорлы углеводтар, фенол,нефть продукттары айрым контролдә.
Мария Землемерова, технологик ҡоролма операторы: «Беҙ натрий гипохлоридының миҡдарын , күләмен тикшерәбеҙ .Һуңынан иҫәпләүҙәрҙән сығып, таҙа һыуға ебәрелә торған  мәтдәнең миҡдарын билдәләп  идара итеү панеленә тапшырабыҙ».
«Өфө водоканал»дың үҙәк лабораторияһында ла анализдар төплө һәм ентекле эшләнелә. Һыу составындағы металл миҡдарын асыҡлау маҡсатында ут ҡулланыла. Ә был кабинетта эсәр һыуға барлыҡ химик анализдар уҙғарыла. Һыу ебәреүсе  ҡоролмаларҙан көн һайын һыу торошо анализлана
Яҙғы ташҡын алдынан «Өфө водоканал» муниципаль предприятиеһында һыуҙың сифатын тикшереү өсөн махсус комиссия булдырылған. Һыу баҫасаҡ объекттарҙы хеҙмәтләндереү буйынса махсус план ҡабул ителгән. Авария осрағына нефть продукттары менән бысранған  һыуҙы күмер порошогы менән таҙартыу системаһы ла әҙер тора. Штат режимында һыуҙың сифатын асыҡлауға 15  меңдән ашыу анализ үткәреләсәк.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика