Өфө вольерында яңы хайуандар

Өфө вольерында яңы хайуандар 11.04.2017

Бөгөн ғинуар айында донъяға килгән айыу балаларын тәү тапҡыр урамға сығарып йөрөттөләр. Өс айлыҡ ҡына булыуҙарына ҡарамаҫтан тайыштабандар үтә лә теремек. Кешене бөтөнләй ятһынмайҙар, ә бына вольерҙағы башҡа йәнлектәр менән  бер-береһенә өйрәнеү әле көтөлә генә. Ситлектәге күп кенә хайуандарҙы, ҡош-ҡортто улар бөгөн тәүгә күрә.

Иртә таңдан бар вольер йәнлектәре аяҡ өҫтөндә. Әйтерһең дә барыһы ла ниндәйҙер тантана көтә. Тауис ҡош байрам ҡиәфәтен алып ҡупшы ҡойроҡтарын йәйһә, тулҡынланыуын йәшерә алмаған төлкөләр ситлек иңләп туҡтай алмай  йүгергеләй. Бүреләр ҙә буласаҡ урман хужаларының еҫен тойоп күптән инде ниндәйҙер ваҡиға көтә, хатта юғарыла ултырырға күнеккән бөркәттәр ҙә ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай ергә төшкән.  Тик ата айыу Потап ҡына ысын ирҙәрсә тыныс ҡала. Сабыйҙарын ҡаршы алыу уның ун өс йыллыҡ ғүмерендә тәүгә түгел. Шулай ҙа был мәлде иң көткәндәре кескәй тайыштабандарҙы һағынып өлгөргән әсәләре -  Маша һәм Даша.
Һәм бына ул тәүге танышыу. Айыухандарҙы вольер хеҙмәткәрҙәре бер мәлгә генә урамға сығарып ала. Тайыштабандарҙың туны ҡалын булһа ла, урамда оҙаҡҡа ҡалдырырға һалҡыныраҡ, ти тәрбиәселәр. Улар әле  ағастан төҙөлгән бәләкәй генә өйҙә йәшәй. Дүрт айыу балаһына әле исем дә ҡушылмаған.
Бер ҡыҙ һәм өс малай. Инә айыу балаһы ата йәнлектәрҙән айырмалы мыжығыраҡ һәм ғауғасыл да. Хәйер,ҡатын -ҡыҙ затына был тәбиғи сифат.
Уларға ябыҡ мөхиттә лә үҙләштерәһе һөнәрҙәр, танып-беләһе әйберҙәр байтаҡ. Бер нисә быуын ситлектә тыуған айыуҙар ғаиләһенә вольерҙа йәшәү күпкә уңайлыраҡ һәм хәүефһеҙерәк, ти белгестәр.
Максим Щербаков, ҡаланы йәшелләндереү хужалығының бүлек етәксеһе: «Беҙҙә тыуған айыуҙар ҙур һөорау менән файҙалана.  Ҡулға, ситлеккә өйрәнгән тайыштабандарҙы хайуандар өйрәтеүселәр бик теләп ала. Бер нисә быуын вольерҙа тыуғанлыҡтан сит илгә сығарыу ҙа проблема тыуҙырмай. Тәбиғәткә зыян килтерелмәне тигән справка биреү хоҡуғыбыҙ бар».
Дүрт айыу балаһының яҙмышы әлегә билдәһеҙ. Кешегә өйрәнгән тайыштабандар цирк артисы карьераһында ла ҙур бейеклектәргә күтәрелә ала. Шулай ҙа баш ҡала халҡының улар менән танышып ҡалыу мөмкинлеге буласаҡ. Көндәр тулыһынса йылынһа айыу балалары ҙур ситлеккә сығасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика