Өфө Венецияны хәтерләтә 19.08.2016

Баш ҡаланың бер нисә урамында гөрләүектәр аға.  Был күренеш менән ризаһыҙҙар беҙҙең редакцияның ватсап мессенджерына һәүәҫкәр видеояҙма ла ебәрҙе.

Сипайлово биҫтәһендәге Гагарин урамында һыу асфальттан фонтан кеүек урғыла. Ошо уҡ хәл Зәки-Вәлиди урамында ла күҙәтелгәйне.  Бөгөн Йәшел сауҡалыҡ  биҫтәһендә йәшәүселәрҙән дә Ғөбәйҙуллин урамында күл барлыҡҡа килеүе хаҡында тиҫтәгә яҡын мөрәжәғәт килде.  Халыҡ әйтеүенсә, бындағы торбаларҙы күптән яңыртыу талап ителә.
Бөгөн авария урынына «Өфө һыу каналы» предприятиеһы бригадаһы килде. Проблеманы тәүлек эсендә юҡ итергә вәғәҙәләнеләр. Әлегә фараздар буйынса, торба  тимерҙең тутығыуынан эшлектән сыҡҡан.
Владимир Ильин, «Өфө һыу каналы предприятиеһы»ның көнбайыш һыу селтәрҙәре идаралығы етәксеһе: «Һыу үткәргесте һүткәндә, һыу ҡамасаулаһа, ҡыҫҡа ваҡытҡа һыуҙы һүндерергә тура киләсәк. Иретеп-йәбештереү эштәрен башҡарасаҡбыҙ, йәки башҡа саралар күреләсәк. Кәрәк булһа, төҙөкләндереүҙе капиталь ремонт программаһына индерәсәкбеҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика