Өфө уртаһында рөхсәтһеҙ төҙөлөш

Өфө уртаһында рөхсәтһеҙ төҙөлөш 10.04.2015

Суд приставтары бөгөн законһыҙ торлаҡ төҙөүсе ойошма эшмәкәрлеген туҡтатты. Кисектереү тураһында суд ҡарары булыуға ҡарамаҫтан, нигеҙ һалыу эштәре   дауам иткән. Һөҙөмтәлә төҙөлөш майҙансығына ведомствоның махсус отряды саҡырылды.

Баш ҡаланың Тихорецкая урамындағы  ҡырҡынсы йорт урынында башланған төҙөлөш рөхсәтһеҙ булып сыға. Төҙөлөш компанияһы был урындағы иҫке йортто ла законһыҙ һүткән. Судтың эште туҡтатыу тураһындағы ҡарары ла иңҡар ителә. Эшселәр фундамент һалыуын дауам итә. Шул уҡ ваҡытта ойошма вәкилдәре, бригадирҙар ҙа урында юҡ.  Приставтар төҙөлөүселәрҙе эш барған ерҙән ҡыуып  сығарып ҡапҡаларҙы  бикләп, имзалап китте.
Владимир Барабаш, Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкиле: «Ойошманың төҙөлөш эштәре алып барыуға рөхсәте бөтөнләй юҡ. Суд һалына башланған нигеҙҙе кире күмеү тураһында  ҡарар сығарҙы. Ләкин, күреүегеҙсә, эш туҡтамаған. Бөгөн беҙ ҡапҡаларҙы бикләп киттек, әммә иртәгә килеүгә тағы ла ошондай хәл ҡабатланыуы ихтимал. Шуға күрә көн дә килеп тикшереп торасаҡбыҙ».
Төҙөлөш туҡтатылыуға ҡарамаҫтан, ғәмәлдә булмаған йорттан фатир һатыу дауам итә. Ойошма вәкилдәре документтарҙың барыһы ла тәртиптә булыуын иҫбатлай.
Ҡала хакимиәте халыҡты был ойошманан фатир һатып алмаҫҡа саҡыра. Кире осраҡта бындай кешеләр торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашып алданыусылар сафын тулыландырасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку