Өфө урамдарында ремонт эштәре башланды 27.02.2017

Соҡор-саҡырҙарҙы ямау - бөгөн юл япмаһын оператив яңыртыуҙың, асфальт ҡатламын нығытыуҙың киң таралған алымы. Һауа температураһының туҡтауһыҙ үҙгәреп тороуы һөҙөмтәһендә ҡар бер иреп, бер туңа.

Был юл япмаһының тиҙ емерелеүенә килтерә. Шунлыҡтан яҙ юл хеҙмәттәре өсөн эш күләме лә арта. Былтыр баш ҡала 530 меңдән ашыу квадрат метр майҙанда соҡор ямалған, 88 мең тоннанан ашыу асфальт-бетон ҡатнашмаһы түшәлгән. Әлеге ваҡытта Өфөнөң һәр районында урамдарҙа тәү сиратта иғтибарҙы талап иткән участкаларҙың юл япмаһын ремонтлау графигы әҙерләнгән һәм раҫланған. Тәүгеләрҙән булып ремонт эштәренә Октябрь районының коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре тотондо. Бөгөн улар Сипайлово биҫтәһе урамдарын төҙөкләндерә башланы.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика