Өфө урамдарына өҫтәмә 16 видеоүкүҙәтеү ҡоролмаһы ҡуйыла 12.05.2017

Уларҙы башлыса үҙәк урамдарҙың киҫелештәрендә урынлаштырыу күҙаллана. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкәһендә аминистратив хоҡуҡ боҙоуҙарҙы автоматлаштырылған эшкәртеү үҙәгендә һуңғы ике тәүлектә генә 20  мең «бәхет хаты» адресатына оҙатылған. Бында тотош республиканан ҡағиҙә боҙоусылар тураһында мәғлүмәт туплана. Башкортостан  юлдарында әле  139, ә  Өфөлә 102 видеокүҙәтеү ҡоролмаһы урынлаштырылған.

Биш йыл эсендә камералар яҡшы һөҙөмтә күрһәтте, ти үҙәк етәксеһе Артур Сыңғыҙов.
Артур Сыңғыҙов, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкәһендә административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы автоматлаштырылған эшкәртеү үҙәге етәксеһе:  «Статистикаға күҙ һалһаҡ, һәр ваҡыт көсөргәнешлек һаҡланған Өфө юлдарында 2012 йылдың тәүге  дүрт айында   26 кешенең ғүмере өҙөлгән.  Биш йыл эсендә был һандарҙы шаҡтай кәметеүгә өлгәштек. 2017 йылдың тәүге  дүрт ай күрһәткестәрен алғанда, баш ҡалабыҙҙа 5 кеше һәләк булды».
Тиҙҙән баш ҡала урамдарында йәнә 16 камера урынлаштырыласаҡ. Уларҙы финанслауға федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 80 миллион һум самаһы аҡса бүленә. Яңы урынлаштырыласаҡ камералар юл киҫелештәрендә ҡуйыла. Улар светофорға туҡтағанда стоп-һыҙығын үтеүселәр тураһында мәғлүмәтте лә   юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкәһендә аминистратив хоҡуҡ боҙоуҙарҙы автоматлаштырылған эшкәртеү үҙәгенә еткерәсәк. Әлегә тиклем ҡуйылған камераларҙың бындай үҙенсәлеге юҡ ине тип билдәләй белгестәр.
Рөстәм Ғәлиев, Өфө коммуналь хужалыҡ идаралығының юл хәрәкәтен хәүефһеҙлеген ойоштороу бүлеге етәксеһе: «Фото һәм видеотеркәү ҡоролмаларын урынлаштырыу урындары билдәләнгән. Октябрь проспекты, Әй урамдарын, ғөмүмән, транспорт хәрәкәте көсөргәнешле һәм автомобиль авариялары йыш күҙәтелгән урындарҙы һайланыҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика