Өфө циркында уникаль тоҡомло аттар аренаға сығасаҡ

Өфө циркында уникаль тоҡомло аттар аренаға сығасаҡ 20.01.2015

Бында Мәскәүҙән 25 айғыр килтерелгән. Артистар Башҡортостанда тәүге тапҡыр сығыш яһай.

Аттарҙы тамаша алдынан артистар яҡшы итеп йыуындыра, ялдарын тарап үрә. Малҡайҙарға был процедуралар өсөн махсус шампунь ҡулланыла. Йыуындырғандан һуң уларҙы диетик аҙыҡ-түлек көтә. Аттарҙың һәр береһенең үҙ холҡо. Улар циркта сығыш яһау һәм бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөү өсөн яраҡлашҡан. Алексей Куимов, цирк хеҙмәткәре: «Был ат Аргун исемле. Ул рус сабыш аты. Беҙҙәге иң теремек малҡайҙарҙың береһе. Аргун ҡатмарлы трюктарҙан да ҡурҡмай. Бысаҡтар аша ла һикерә». Тамаша өсөн аренала 13 метрлыҡ манеж ҡуйыла. Унда аттар хатта, баҫҡыс буйлап та үрләй. Ә тамаша ҡыҙыҡлы сценарий буйынса бара. Уны Өфө дәүләт циркында 24 ғинуарҙан күрергә мөмкин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Саша
21.01.2015 13:43:16
А где лошади... 25 шт???

Возврат к списку


Яндекс.Метрика