Өфө циркы тамашасылар өсөн киләһе йылда ғына үҙ ишектәрен асасаҡ 23.06.2017

Бинала реконструкция хаҡында  Рәсәй дәүләт циркы етәксеһе Дмитрий Иванов, Өфө  циркы  һәм төрлө ведомство вәкилдәре менән кәңәшмә уҙҙы. Ремонтты Башҡортостан төҙөлөш ғилми-тикшеренеүҙәр институты дәүләт унитар предприятиеһы башҡарасаҡ.

Ике ай эсендә төҙөкләндереү буйынса проект әҙерләнергә тейеш. Предприятие етәксеһе белдереүенсә, бина архитектура ҡомартҡыһы булараҡ  төҙөлөш үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалыу бурысы тора. Манеж, тамашасылар өсөн ултырғыстар ҙа тулыһынса алыштырыла, биҙәкләү эштәре үткәреләсәк, заманса  елләтеү системаһы  булдырыла.
Марат Ҡаранаев, «Башҡортостан төҙөлөш  ғилми-тикшеренеүҙәр институты» дәүләт унитар предприятиеһы директоры: «Цирк  ҡыйығы буйынса һорауҙар күп. Уны төҙөкләндереүгә беҙ  проектта бер -нисә вариант тәҡдим итәсәкбеҙ. Ул үҙ формаһын һаҡлап ҡалырға тейеш. Төҙөкләндереүҙе  мөмкин тиклем  тиҙ арала атҡарып сығарыу бурысы ла тора. Ярты быуат элек һалынған объектты тәүҙә ентекле тикшереү ҙә  кәрәк».
Әлегә күпме сығым китәсәге билдәһеҙ. Төҙөкләндереүгә аҡсаның  80 проценты  федераль ҡаҙнанан  бүленә, ҡалған өлөшө төбәк бюджетынан. Киләһе йылға Өфө циркы асылыуға 50 йыл тула, юбилей датаһына уны төҙөкләндереү эштәрен тамамлау ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика