Өфө-Стәрлетамаҡ трассаһының Булгаков ауылы янындағы юл үткәргестә ремонт эштәре башланды

Өфө-Стәрлетамаҡ трассаһының Булгаков ауылы янындағы юл үткәргестә ремонт эштәре башланды 29.11.2016

Пландан тыш төҙөкләндереү сараһына юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәпсе. Ике аҙна самаһы элек ҙур габаритлы транспорт үтеп күпер аҫтын аҡтарып төшөрә. Зыян күреүселәр юҡ, ләкин юл үткәргестең үҙенә, транспорт хәрәкәте өсөн хәүеф тыуҙырмаһа ла, ҙур ғына ремонт талап ителгән.

Әле юл үткәргес транспорт өсөн өлөшләтә ябыҡ. Ләкин был сара бер ниндәй ҙә уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмай. Трассаның Белорет яғына боролоп киткән ерендә хәрәкәт көсөргәнешле түгел. Шулай ҙа эшселәр ремонтты мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡытта тамамларға иҫәп тота.
Игорь Васильев, төҙөлөш ойошмаһы етәксеһе: «Эште оҙаҡҡа һуҙмаҫбыҙ тип уйлайым. Иң мөһиме, яңы бетон ҡатнашмаһы тейешенсә ҡатырға тейеш. Бер ай тирәһе көтөргә тура киләсәк. Һуңынан асфальт түшәйәсәкбеҙ. Транспорт хәрәкәте өсөн күпер хәүефле түгел».
Әле төҙөүселәр зыян күргән балкаларға өҫтәмә терәүҙәр ҡуйыу менән мәшғүл. Ишелеп төшөү хәүефе булмаһа ла, күперҙе ныҡлап төҙөкләндереү талап ителә, ти улар.
Фәнүр Бикбаев, төҙөлөш эштәре мастеры: «Күперҙе монолит ҡоролма итеп эшләгәндәр. Балкалары бөтөн бер плитанан яһалған. Шуға күрә улар айырым алмаштырылмай. Хәҙер өҙөлгән арматураларҙы алмаштырып киренән бетонлап ҡуйырға кәрәк буласаҡ».
Юл хужалығы идаралығы иһә күперҙе төкөткән водитель менән низағлаша. Ғәҙәттә, бындай ҙур автомобиль хужалары штрафтарҙан һәм яуаплылыҡтан ҡасып уны шәхси ҡулдарға теркәй. Ләкин был осраҡта бәләкәй түләү менән генә ҡотола алмаясаҡтар, ти идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре.
Ремонттан һуң юл үткәргестең йөк күтәреү мөмкинлеге, башҡа күрһәткестәре лә үҙгәрмәйәсәк, тип ышандыра төҙөүселәр. Тик бына хәүефһеҙлек саралары, күперҙең үлсәмдәрен күрһәтеүсе юл билдәләре артасаҡ. Нимә тейәгәнен онотоп киткән водителдәрҙе иҫкәртеү өсөн.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика