Өфө районының Зубов ауылы эргәһендәге пай ерҙәре хужалары ҡуртымға алынған ерҙәре өсөн шәхси эшҡыуарҙың хаҡ түләмәүенә зарлана

Өфө районының Зубов ауылы эргәһендәге пай ерҙәре хужалары  ҡуртымға алынған ерҙәре өсөн шәхси эшҡыуарҙың хаҡ түләмәүенә зарлана 23.10.2014

Ике яҡ араһында төҙөлгән килешеү шарттары буйынса йүнселдәр сентябргә тиклем  үҫтергән уңышының  ике тоғон ер хужаларына бирергә бурыслы.

Нурия Күсемова биш йыл элек бюджет программаһы буйынса гектарҙан ашыу пай ере ала. Милкенән ниндәй ҙә булһа табыш килһен өсөн уны ҡуртымға бирә. Килешеү ҙә төҙөлә. Ләкин Нурия ханым әйтеүенсә, эшҡыуар килешеү  шарттарын боҙа.  Ҡуртымға алынған ер өсөн хаҡ ваҡытында түләнмәй.
Зубов ауылында дәүләт программаһы буйынса пай ерҙәре 138 кешегә бүленә. Ер хужалары йыйылыш уҙғарып, милкен үҙ-ара килешеү буйынса ҡуртымға бирә.
150 гектар пай ерҙәрендә бер ниндәй ҙа ауыл хужалыҡ эштәре алып барылмағаны әллә ҡайҙан күренеп тора. Ҡырҙы сүп үләндәре баҫҡан, ә йәйгеһен бында кешеләр емеш-еләк йыйырға йөрөй.
Пай ерҙәрен ҡуртымға алыусы шәхси эшҡыуар беҙҙең менән бәйләнешкә сыҡманы. Ә Өфө район хакимиәтендә был проблеманы  яҡшы беләләр. Белгестәр ер хужаларына судҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш итә.
Анатолий Арсентьев, Өфө районы хакимиәтенең ер һәм милек мөнәсәбәттәре идаралығы етәксеһе: «Әгәр ҙә пай ерҙәре хужаларына ҡуртымға алынған ерҙәре өсөн хаҡ түләнмәй икән, улар килешеү шарттары буйынса эш итә ала. Йәғни, судҡа мөрөжәғәт итергә була».  
Ер хужалары мәсьәлә буйынса судҡа мөрәжәғәт иткән. Әлегә яҡтарҙың ниндәй ҡарарға килеүе тураһында аныҡ ҡына мәғлүмәт юҡ. Барыһын да суд хәл итәсәк.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку