Өфө районының Николаевка ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны  Мөхәммәт Фәтхелислам улы Ҡолдәүләтов Республика көнөндә үҙенең һикһән йәшлек юбилейын туйланы 12.10.2015

Республика көнө уның ғаиләһе һәм яҡындары өсөн икеләтә байрам. Һикһәнде артылған Мөхәммәт Ҡолдәүләтовҡа Хоҙай бала-сағалы, бәхетле оҙон ғүмер инселгән. Юбилярҙың байрам өҫтәлендә милли аш-һыу. Уларҙы хәләле Әлмира Әҡсән ҡыҙы күңел йылыһы биреп әҙерләгән. Боронғо башҡорттар ҡулланған ризыҡтар туҡлыҡлы ла, һаулыҡ өсөн дә файҙалы ти, уҙаман.

Егерме йылдан ашыу Республика техник күҙәтеү идаралығында етәксе йөгөн тарта. Тырыш хеҙмәте маҡтау ҡағыҙары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән баһаланған.Тормошта  ниндәй генә ҡарар ҡабул итергә тура килһә лә, Мөхәммәт Ҡолдәүләтов кешеләр менән алтын урталыҡ табып йәшәй белгән. Ейәнен дә ипле, итәғәтле, тәүфиҡлы булырға өндәй. Үҙе белгән Ҡөръән-Кәрим сүрәләрен өйрәтә, бергәләп намаҙ уҡыйҙар. Мөхәммәт Фәтхелислам улы хаҡлы ялға генерал дәрәжәһендә китә. Генерал костюмын ҙур байрамдарҙа ғына, ҡатыны үтенесе буйынса ғына иңдәренә һала.
11 октябрь - Республика көнөндә үҙенең һикһән йәшен билдәләүсе хеҙмәт ветераны, отставкалағы генерал-майор Мөхәммәт Ҡолдәүләтов еребеҙгә именлек, халыҡтарға татыулыҡ, йәштәрҙең илһөйәрлек рухында үҫеүҙәрен теләй.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика