Өфө районының «Локоматив» балалар спорт-һауыҡтырыу лагерында ял итеүселәр «ҡыҙыл әтәс»кә ҡаршы көрәшкә сыҡты

Өфө районының «Локоматив» балалар спорт-һауыҡтырыу лагерында ял итеүселәр «ҡыҙыл әтәс»кә ҡаршы көрәшкә сыҡты 13.08.2016

Ҡыйыу малай-ҡыҙҙар янғын һүндереүсе кейемен тиҙлеккә һәм дөрөҫ кейеп ҡарауҙа ярышты. Бәйге сиктәрендә инспекторҙар балалар һәм үҫмерҙәргә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә арналған һорауҙар бирҙе. Көйәрмәндәр араһында ла тапҡыр яуаптар ҡайтарыусылар булды, бигерәк тә урманда ут сығыу осраҡтарына бәйле сәбәптәрҙе асыҡларға теләүселәр бихисап ине.

Әйткәндәй, уйын форматында ойошторолған профилактик сарала йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. «Йәйге лагерҙарҙа ғына түгел, мәктәптәрҙә лә бындай күләмле осрашыуҙар даими ойошторолһон ине»,-тигән теләктә уҡыусылар. Ҙур яуаплылыҡ талап иткән һөнәр эйәләре менән аралашыуҙар ҙа бит бушҡа үтмәй, күптәр киләсәктә был йүнәлеш буйынса эшләүҙе маҡсат итеп ҡуйған.
Тәүге ярты йыллыҡта ғына республикала ике меңгә яҡын янғын осрағы теркәлгән, унда 147 кешенең, шул иҫәптән 12 баланың ғүмере өҙөлгән. Баш ҡаланың Янғынға ҡаршы пропаганда һәм йәмәғәт менән бәйләнеш үҙәге хеҙмәткәрҙәре лагерҙа ял итеүселәргә миҫалдарҙа ҡайһы бер күңелһеҙ осраҡтар хаҡында һөйләне. Шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр «Хәүефһеҙлек мәктәбе» ярыштарында ла әүҙем ҡатнашты. Еңеүселәргә сертификаттар тапшырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика