Өфө районының коммуналь хеҙмәттәре ҡышҡы миҙгелгә ныҡлап әҙерләнә алмай

Өфө районының коммуналь хеҙмәттәре ҡышҡы миҙгелгә ныҡлап әҙерләнә алмай 26.09.2014

Бының сәбәбен улар халыҡтың бурысҡа батыуы менән аңлата.

Йылылыҡ һәм эҫе һыуҙы фатир хужаларының барыһы ла талап итә, әммә күптәр күрһәтелгән хеҙмәт өсөн иҫәпләшергә ашыҡмай. Ошондай ғаиләләрҙе асыҡлау маҡсатында Алексеевка ҡасабаһында рейд ойошторолдо.  Был фатирҙың барлыҡ йыһаздарын һатҡан хәлдә лә,  коммуналь хеҙмәт өсөн  йыйылған бурысты ҡапларға етмәйәсәк. Әммә башҡаса бер нисек тә мөмкин түгел, ти суд приставтары. Шуға ла улар хәҙер коммуналь хеҙмәт өсөн иҫәпләшергә теләмәүселәрҙең мөлкәтен тартып аласаҡ. Алексеевка ҡасабаһының торлаҡ-хеҙмәтләндереү идаралығына 27 күп ҡатлы йорт һәм 250 шәхси өй инә. Уларҙың барыһы ла коммуналь хеҙмәт менән файҙалана, әммә 50 ғаилә бурыслылар исемлеген тулыландырған.  Рейд барышында күп кенә хужалар артабан даими иҫәпләшеп торорға һүҙ бирә. Әммә 60, 70, хатта 100 мең һумдан ашҡан бурысты түләү һирәк кенә ғаиләләрҙең хәленән килә.
Наталья Богданович, «Алексеевка коммуналь идаралыҡ» йәмғиәте бухгалтеры: «Пенсия йәшендәгеләр һәр ваҡыт коммуналь хеҙмәт өсөн ваҡытында иҫәпләшә. Ә эшләп йөрөүселәр аҡсаһын икенсе маҡсатта файҙаланыуҙы хуп күрә. Күрәһең, йылылыҡ һәм эҫе һыуға ҡарағанда уларға  спиртлы эсемлектәр ҡәҙерлерәк».  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку