Өфө районының Авдон ауылында йәшәүселәр урындағы ҡошсолоҡ фабрикаһынан килгән әсе еҫкә зарлана 17.06.2016

Был бәләнең яртыһы ғына. Бынан тыш, ауыр йөк тейәгән машиналарҙың иҫәпһеҙ үтеүҙәре юлдарҙы сафтан сығарҙы.

Авдон ауылында юлдарҙың төҙөкһөҙлөгөнә урындағы халыҡ тамам өйрәнеп бөткән. Күпме генә ремонт эштәре уҙғарылыуға ҡарамаҫтан, ул барыбер емерелә.
Әлбиттә, малайҙың хәлен аңларға мөмкин. Был соҡорло юлдан тик йөк машиналары ғына үтә ала. Ә еңел автомобилдәр өсөн ул оло һынауға әйләнә. Ямғырҙан һуң юл торошон әйтеп тораһы ла түгел.
Авдондағы төҙөк булмаған юлдарға йөк машиналары сәбәпсе. Был юл да тура ҡошсолоҡ фабрикаһына илтә. Урындағы халыҡтың был икенсе проблемаһы булып тора.
Ә күңелгә иң тейгәне - урындағы ҡошсолоҡ фабрикаһынан ҡош тиҙәге тейәгән йөк машиналарының үтеүе. Ниндәй әсе еҫ килгәнен видеокамера әйтә алмай. Шулай ҙа түҙеп торорлоҡ түгел Ҡошсолоҡ фабрикаһы етәкселеге халыҡтың ризаһыҙлығын аңлай аңлауға, тик быны нормаль күренеш тип һанай.
Ә шул юҡ юл мәсьәләһенә кире әйләнеп ҡайтҡанда, беҙҙең ижади төркөм Авдон юлдарының ҡасан төҙөкләндерәсәген белешеп урындағы хакимиәт етәкселегенә мөрәжәғәт итте. Тик төрлө сәбәп табып улар күрешергә теләмәне.



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика