Өфө районында ремонттан һуң күпер асылды

Өфө  районында  ремонттан һуң күпер асылды 02.11.2016

Тауыш йылғаһы аша сафҡа индерелгән ҡоролма Өфө-Иглин-Павловка  автомобиль юлының 6 мең 679-сы километрында урынлашҡан. Юлсылар 5 айҙа  төҙөкләндерелергә    тейешле күперҙе ике ай ярымда  ҡуйған.  Сөнки ремонт мәлендә водителдәргә 20 километр урау юл аша йөрөргә тура килә.  Шуға күрә халыҡ был обьекттың аслыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көткән.  

Был обьекттың асылыуын юл йөрөүселәр бик оҙаҡ көтә. Ярты быуат самаһы элек төҙөлгән ҡоролма бөтөнләй иҫкергән, сафтан сыҡҡан була.
Салауат Камалетдинов, «Дормост» ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары: «Күперҙең оҙонлоғо 48 метр тирәһе. Уны ремонтлау  ваҡыты 5 ай барырға тейеш ине, әммә беҙ халыҡтың үтенесен иҫәпкә алып эште ике ай ярымда башҡарып сыҡтыҡ».
Ремонт эштәре лә еңел генә бармай, был осорҙа водителдәргә 20 километр урап йөрөргә тура килә,   күпселек, хатта маршрут автобустары ла, йөк машиналары ла батҡаҡ булыуға ҡарамаҫтан баҫыу аша тура юл һалып ала.  Уның газ торбаһы аша үтеүе иһә  кешеләрҙең ғүмере өсөн хәүеф тә тыуҙыра.  Шуға күрә юлсылар эш ваҡытын ҡыҫҡартырға хәл итә лә инде.
Быйыл был йүнәлештә күперҙән тыш 31 километрҙан ашыу автомобиль юлы ла төҙөкләндерелгән.  Хәҙер халыҡ тигеҙ юлдан, яңы күперҙән йөрөйәсәк.  Бар михнәттәр артта, ти улар.
Яңы күпер заманса ҡоролмалар менән ремонтланған, киңәйтелгән. Юлсылар әйтеүенсә, Өфө-Иглин- Павловка йүнәлешендә хәрәкәт көслө, шуға тығындар булмауы мөһим.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика