Өфө районында крематорий булырмы?

Өфө районында крематорий булырмы?  15.09.2015

Төньяҡ зыяратта уның  нигеҙен һала башлағандар ҙа инде. Эргәлә йәшәгән халыҡ бындай күршелек менән килешмәй. Чернолес ауылы халҡы  төҙөлөшкә ҡаршы. Санитар нормалар буйынса мәйет яндырыу бинаһы кешеләр йәшәгән ерҙән   кәмендә  биш йөҙ метр алыҫлыҡта урынлашырға тейеш.  

Татьяна Владимирова, Чернолес ауылында йәшәүсе: «Ел һәр ваҡыт беҙ йәшәгән яҡҡа иҫә. Шуға ла балаларыбыҙҙың һаулығы, эсәр һыу сифаты  өсөн борсолабыҙ».
Башҡортостандың экология һәм  тәбиғәттән файҙаланыу Министрлығы 2013 йылда ер участкаһын тикшергән. Уның һығымтаһында биләмә  крематорий төҙөргә яраҡлы тип билдәләнгән. Ойошма етәксеһе белдереүенсә,  заманса  мейестәр урынлаштырыла һәм һауаға зыянлы матдәләр сыҡмаясаҡ.  Өфө ритуаль хеҙмәттәр йорто ер аҫты һыуҙары кимәлен түбәнәйтергә тейешле була.
Радик Шакиров, Өфө ритуаль хеҙмәттәр йорто етәксеһе: «Был проблеманы  әле хәл итәбеҙ. Крематорийҙы төҙөп бөткәс ер аҫты һыуҙары кимәлен түбәнәйтергә әҙербеҙ. Министрлыҡ та, санэпидемстанция ла беҙгә төҙөлөшкә рөхсәт бирҙе».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика