Өфө районында 20 гектар урман майҙанының юҡҡа сығыуы ихтимал

Өфө районында 20 гектар урман майҙанының юҡҡа сығыуы ихтимал 30.09.2014

Авдон ауылында йәшәүселәр төбәктә ағастарҙың күпләп киҫелеүенә  борсолоу белдерә.  Баҡтиһәң, биләмә төҙөлөш өсөн таҙартыла. Әммә был урында ниндәй объект барлыҡҡа киләсәген бер кем дә аңлата алмай.  

Бер быуатлыҡ урман ауылдағы берҙән-бер иҫтәлекле урын ине, ти Авдонда йәшәүселәр. Әммә тәбиғәттең йәшел ҡалҡанына ҙур хәүеф янай. Мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү маҡсатында халыҡ ауыл мәҙәниәт йортона йыйылды. Унда сығыш яһаған урындағы етәкселек төҙөлөштөң халыҡ өсөн эшләнеүен белдерҙе. Ҡырҡылған ағастар урынында киләсәктә балалар баҡсаһы сафҡа инергә тейеш.

Юрий Голубев, Өфө районының Авдон ауылы хакимиәте башлығы: «Башҡа варианттар юҡ! Балалар баҡсаһын төҙөүҙән баш тартырға әле лә һуң түгел. Әйҙә, улайһа, ағастарҙы киҫеүгә юл ҡуймай, балалар баҡсаһыҙ тороп ҡалайыҡ. 100 ғаиләгә кескәйҙәрен йөрөтөр урын да булмаясаҡ».

Төҙөлөштөң законлы булыуын документтар ҙа раҫлай. Ауыл биләмәһе башлығы халыҡты ваҡытында иҫкәртмәүҙә үҙ ғәйебен таный. Балалар баҡсаһын төҙөү Авдонда ҙур мәсьәлә булып тора, шуға ла урындағы халыҡ хакимиәт башланғысын хуплай, шулай ҙа төҙөлөш эштәрен икенсе ергә күсереүҙәрен һорай. Буш торған ер участкалары ла бар. Сөнки урман - ауылдың берҙән-бер хозур ҙа, таҙа һауа бүлгән урыны ла, ти ауыл халҡы.

Ә инде урындағы хакимиәт был мәсьәләне әлегә күҙ уңында тотмай. Киләсәктә етәкселек урындағы халыҡ менән кәңәшләшеп эшләргә һүҙ бирҙе.

Азат Ғәлиуллин


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку