Өфө районына ҡараған «Өршәк» баҡсасылар ширҡәтендә йәшәүсе пенсионерҙар утһыҙ ҡалған

Өфө районына ҡараған «Өршәк» баҡсасылар ширҡәтендә йәшәүсе пенсионерҙар утһыҙ ҡалған 09.04.2015

Ойошма етәкселеге, ғаилә электр энергияһы өсөн түләмәй тип линияны ҡырҡа. Ләкин оло йәштәге  Бирҙеғоловтар бының менән риза түгел, улар ай һайын счетчик буйынса тейешле сумманы индереп  бара.

Олоғайған көндәрендә хеҙмәт ветерандары Айһылыу менән Малик Бирҙеғоловтар балалары янына, баш ҡалаға яҡыныраҡ күсенергә була. Тәүҙә 2012 йылда «Өршәк» баҡсасылар ширҡәтендә ер алып йорт һалалар. Өй әҙер, йәшәргә лә була, тик абруйлы хеҙмәте менән «Таштуғай» совхозында дан ҡаҙанған пенсионерҙарға тыныс ҡына донъя көтөргә ирек юҡ.
Йорт баҡсасылыҡ ширҡәтендә урынлашҡанға күрә ул әлегә тик электр менән йылытыла. Уңайлыҡ өсөн пенсионерҙар ай һайын түләп бара.  
2013 йылдан быны пенсионерҙарға «Өршәк» ширҡәте рәйесе электр өсөн бурыстары булыуы менән аңлатҡан. Сумма ла әҙ түгел, 50 мең һумдан ашыу. Ә Бирҙеғоловтар быға риза түгел.
Асыҡланыуынса, пенсионерҙарҙың электр өсөн 57 мең һум бурысы бар. Быны йорттан ситтә урынлашҡан өҫтәмә счетчик күрһәтә тип аңлатҡан хәлде ширҡәт рәйесе. Тик ул ҡасан ҡуйылған, ни өсөн кәрәк булғанын беҙгә бер кем дә аңлатманы, ти Малик Бирҙеғолов.  Ни өсөн беҙ ике иҫәпләү ҡоролмаһы буйынса түләргә тейеш тип аптырай пенсионер.
Ғөмүмән, электр энергияһы буйынса дәғүәләшеүҙәр бөгөн ябай күренеш, ти Башҡортостандың электр һатыу компанияһы белгестәре. Хәҙер күп баҡсасылар йорттарында йыл дауамында йәшәй. Уларҙың бөтәһе тиерлек торлаҡтарын электр ярҙамында йылыта.
Һәм күп осраҡта халыҡ түләүҙәрен кәметеп күрһәтергә тырыша. Алымдары һәр кемгә билдәле, ул магнит, счетчикты урап үтеү һәм башҡалар...
Вадим Булгаков, Башҡортостандың энергия һатыу компанияһының өфө район-ара бүлеге директоры: «Беҙ электр менән тәьмин итеү килешеүен ширҡәт етәкселеге менән төҙөйбөҙ. Бурыс булған осраҡта тотош баҡсаны утһыҙ ҡалдырабыҙ. «Өршәк» ширҡәтенә килгәндә, уларҙың бурысы юҡ. Ә инде баҡсасылар араһында тәртип урынлаштырыу ойошма етәкселеге яуаплылығында. Бының өсөн улар контроль счетчиктар ҡуйырға, түләмәүселәрҙе утһыҙ ҡалдырырға хаҡлы».
«Өршәк» ширҡәте рәйесе лә Бирҙеғоловтар электр өсөн тейеш булғандан күпкә кәмерәк түләй тип иҫбатлай. Йәнәһе, улар счетчикты әйләндереү ысулын тапҡан. Электриктарҙы йорттарына ла индермәйҙәр, ти баҡсасылар рәйесе Хәбибуллина. Шуға ла ширҡәт етәкселеге Бирҙеғоловтарға өҫтәмә иҫәпләү ҡоролмаһы ҡуйған. Ҡатын шунда уҡ ҡағыҙҙа иҫәп-хисап яһап та күрһәтте. Шулай ҙа рәсми аңлатма биреүҙән баш тартты. Ә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт итеп, хаҡлы ялда тыныс тормош көтөргә теләгән Бирҙеғоловтар был мөмкинлектән мәхрүм. Рәхәтләнеп ейән-ейәнсәрҙәр көтөр урынға улар яҡтыһыҙ, йылыһыҙ ултырырға, дөрөҫлөк эҙләргә мәжбүр. Шуға ҡарамаҫтан, ауыр хеҙмәттә сыныҡҡан пенсионерҙар бирешергә теләмәй. Улар нисек тә булһа мәсьәләнең осона сыҡмаҡсы.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку