Өфө районы уңғандары бер юлы ике юбилей ҡаршылай

Өфө районы уңғандары бер юлы ике юбилей ҡаршылай 13.10.2015

Алексеевка ауылындағы район мәҙәниәт һарайында  республиканың 25, райондың 85 йыллығы уңайынан тантана үтте. Өфө районы үҫешенә тос өлөш индергән уңған, тырыш шәхестәргә райондың Почетлы гражданины тигән маҡтаулы исемдәр ҙә бирелде.

Өфө районы биләмәләрендә 80 меңдән ашыу халыҡ йәшәй. Бөгөн районда  сәнәғәт, ауыл хужалығы предприятиелары уңышлы эшләй, төҙөлөш алға китә. Бында йәшәүҙәре, донъя көтөүҙәре менән  бөтәһе лә үҙҙәрен бәхетле тип тоя. Бөгөн район хакимиәте башлығы  ҡулынан маҡтаулы исемгә  лайыҡ булыусы уңғандар тырыш хеҙмәте, йәшәү рәүеше менән ошондай юғары баһаға ирешкән. Өфө районының Почетлы гражданины исемен алыусылар араһында мәғариф ветераны  Нәсимә Шелехова ла бар.
Бүләкләнеүселәр араһында оҙаҡ йылдар ауыл хужалығында егелеп эшләүселәр ҙә байтаҡ. Булат Насиров ҡырҡ йылдан ашыу инженер-механик булып эшләгән. Райондың 85 йыллыҡ  юбилейына  эшендә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүселәр саҡырылған.
Район мәҙәниәт йортонда мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм ауыл хужалығы уңғандарының тырыш хеҙмәте лә юғары баһаланды. Тамашасыларға райондың социаль-иҡтисади үҫешенә арналған фильм  күрһәтелде. Сәхнәгә бер-бер артлы күтәрелеүселәрҙең барыһын да бер тойғо -  илһөйәрлек, эшһөйәрлек  рухы берләштерә.
Өфө уңғандары Рәсәй киңлегендә лә алдынғылар рәтендә. Инвестицияларҙы һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса Волга буйы федераль округында улар иң яҡшы өс район исемлегендә.
Картала Өфө районы ҡан тамырҙары менән семәрләнгән йөрәкте хәтерләтә. Был юл - тамырҙар буйлап, тулы һулышлы тормош ҡайнай. Өфө районы хеҙмәтсәндәре 85 йыл дауамында уңыштары, ҡаҙаныштары менән республикабыҙ үҫешенә тос өлөш индерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика