Өфө районы эргәһендә археологтар табышы

Өфө районы эргәһендә археологтар табышы 11.07.2017

Йәйге археологик эккспедиция барышында тарихсылар бер юлы ике тораҡҡа юлыға. Табылған тимер киҫәктәре, көршәк ярсыҡтары һәм ваҡ мал һөйәге ҡалдыҡтары археологтарға Һикеяҙ йылғаһы үҙәнендә үткән быуаттарҙа  тормош ҡайнауы тураһында һөйләй.

Өсөнсө курс студенты Ғайса Батталов  был ҡомартҡылар аша күп мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Ҡаҙыу эштәре барышында табылған һәр предмет махсус ҡумталарға тултырыла һәм иҫәпкә алына.
Ғалим -археологтар бында 18- 19 быуаттарҙа рус ауылы булған тип фаразлай. Был тораҡта ҡаҙан, күмер ҡалдыҡтары һәм күпләп мал һөйәктәре табылған. Һикеяҙ йылғаһы үҙәне хужалыҡ һәм сауҙа мөнәсәбәттәре ҡороу өсөн уңайлы ерҙә урынлашҡан. Археологик тикшеренеүҙәр алып барыусы ғалимдар ер ҡатламын ҡаҙып тейешле мәғлүмәт ала.
Йәштәргә археологик экспедицияла ҡатнашыу ҙур  яуаплылыҡ өҫтәй. Улар  тәжрибәле остаздары менән тарих төпкөлдәрен барлай, фән өсөн яңы асыштар табырға булышлыҡ итә.
Археологтар киләсәктә ҡаҙыу эштәрен артабан да дауам итеп, тағы ла күләмлерәк проекттарға тотонорға теләк белдерә.
Был тораҡта ғалимдар ике ҡатламға юлыҡҡан. Өҫкөһө 18-19 быуатҡа ҡарай, ә аҫҡыһы-13-14 быуат тормошон сағылдыра. Рөхсәтһеҙ ҡаҙыу эштәре алып барыусыларҙан тап өҫкө ҡатламда һаҡланған металл киҫәктәре ҡотҡарған да инде. Металл эҙләүсе ҡорамалға өҫтәмә фон тыуҙырған һәм рөхсәтһеҙ ҡаҙыусылар был урында ҡаҙыу эштәрен ташлаған.
Йәштәрҙе ғилми эшкә өйрәтеүсе ғалим Әлфиә Солтанова  тарихсылар династияһын дауам итә.  Атаһы, хөрмәтле ғалим Нияз Ғабдулхаҡ улы Көньяҡ Уралдың тимер  дәүерен ентекле өйрәнә, Бахмут, Кушнарен, Ҡормантау, Ҡараяҡуп кеүек археологик мәҙәниәттәрҙе системаға һала. «Уралдың һәр төбәге-археологтар өсөн хазина» тип әйтер булған арҙаҡлы ғалим. Әлфиә Нияз ҡыҙы ла атаһы  кеүек үҙ белгәндәрен йәштәр  менән археологик экспедицияларҙа бүлешә алыуына  бәхетле.  
Әлфиә Солтанова, тарих фәндәре кандидаты: «Уҡыу һәм производство практикаһы сиктәрендә Башҡорт дәүләт университетында  йыл һайын архелогик экспедиция ойошторола. Студенттар йыш ҡына практиканы этнологияны өйрәнеүсе ғалимдар менән берлектә үтә. Мәҙәниәт министрлығы ла беҙҙең эштә финанс ярҙамы күрһәтә. Археологик тикшеренеүҙәр өсөн  был төбәк осраҡлы һайланманы. Беҙ бында Алтын Урҙа дәүере эҙҙәренә юлыҡтыҡ».
Ялан шарттарында эшләү һәм ғилми эҙләнеүҙәр үткәреү егет-ҡыҙҙарҙы  сыҙамлыҡҡа һәм берҙәмлеккә һынай. Беренсе июлдән башлаған ҡаҙыныу эштәре ырамлы бара. Йыш яуған ҡойма  ямғырҙар ғына ауырлыҡтар һәм өҫтәмә мәшәҡәттәр тыуҙыра. Әммә йәш археологтар бер-нәмәгә ҡарамай үҙ маҡсатына ирешмәксе. Сәнки улар тапҡан артифакттар һәм ҡомартҡылар ҙа киләсәктә тарих ағышын  билдәләргә ярҙам итәсәк.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика