Өфө районы Авдон ауылы халҡының тормошо тамуҡҡа әйләнгән 10.08.2016

Ҡош тиҙәге еҫенә түҙеп йәшәү бер, уны ташыған йөк машиналары туҙан уйнатып Өфө районы Авдон ауылы халҡының тормошон тамуҡҡа әйләндергән. Шәхсән яңы микрорайонда йәшәүселәр беҙҙең редакцияға ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Яҡындағы ҡошсолоҡ фабрикаһы был киҫкен мәсьәләне хәл итергә әҙерме?

Наталья Десяткина кер йыуыуҙан фәтеүә юҡ, ти. Бигерәк тә аҡ кейемдәр кипкәнсе урамдағы туҙандан һары төҫкә инә. Авдон ауылының Яңы биҫтәһендә яҡынса тиҫтәгә яҡын йорт иҫәпләнә. Барыһы ла һауалағы туҙан болоттарына зарлана.

Рәүеф Ғарифуллин иртә менән йорт ихатаһын тәртипкә килтерә башлай. Юғиһә был тиклем бысраҡ һауанан ауырыу ҡалырға ла мөмкин. Баҡса хаҡында һөйләйһе лә түгел. Быйылғы уңыш мул булмаҫ, күрәһең. Ҡап-ҡара туҙан бар йәшелсә-емеште лә баҫа. Хәйер, уҙаман ел ҡайҙан иҫеүен яҡшы аңлай, туҙан проблемаһы ла юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән.

Урындағы халыҡ билдәләүенсә ауылдан 500-600 метр алыҫлыҡта ғына урынлашҡан юл аша көнөнә 30-ға яҡын йөк машинаһы үтә. Күптәр был техника ҡош тиҙәген ташый тигән ҡарашта. Елһеҙ көндө бигерәк тә ауырға тура килә. Туҙан томан кеүек оҙаҡ ҡына баҫылмай.

Ысынлап та, Сахара сүллеген хәтерләткән көнбағыш баҫыуы янында тын алырлыҡ та түгел. Беренсенән, тиҙәк еҫе, икенсенән, машиналар үткәндә бер ниҙә күренмәй. Баҡһаң, яҡындағы ҡошсолоҡ фабрикаһы был маршрут буйынса Шишмә районының ауыл хужалығы предприятиеларына заказ буйынса йөк оҙата. Ойошма етәкселеге, тиҙәк башта махсус эшкәртеү үтеүен дә билдәләне. Бынан тыш, элекке маршрут туранан-тура Авдон ауылы аша үтһә, хәҙер халыҡ һорауы буйынса, урау юл аша йөрөйҙәр. Шуныһы йыуата: яҡын киләсәктә фабрика биләмәһендә ҡош тиҙәген эшкәртә башлау күҙаллана.

Ҡошсолоҡ фабрикаһы модернизация юлында, пландар юғары. Урындағы етәкселек ноябргә тиклем был эште  яйға һалырға ниәтләй. Һөҙөмтәлә эшкәртелгән тиҙәктән дә килем алып буласаҡ. Органик ашламалар ауыл хужалығында ҡулланыласаҡ. Иң мөһиме, Авдон ауылының Яңы биҫтәһе аша  үтеүсе йөк машиналары һаны ла күпкә кәмейәсәк.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика