Өфө ҡотҡарыусылары һыу ятҡылыҡтары буйлап рейд үткәрҙе

Өфө ҡотҡарыусылары һыу ятҡылыҡтары буйлап рейд үткәрҙе 01.08.2015

Иң тәүҙә улар Калинин районындағы «Йылы күл»гә юлланды. Тап ошонда һыуға батыу осраҡтары күп.  Күлдәге  «Ожмах утрауы»  һәм  «Гольфстрим»   ял итеү зоналарында  ҡотҡарыусылар дежур итеүенә ҡарамаҫтан, халыҡ һыу инергә хәүефле  урындарға бара. Уларҙы тыйыуҙар хаҡындағы алтаҡталар ҙа  туҡтатмай. Күптәр һыу буйына ғаиләһе,  балалары менән килгән. Тыйылған урында һыу инеүгә административ штраф ҡаралған. Әммә, рейд һөҙөмтәләренә ҡарағанда, был ҡағиҙә боҙоусыларҙы ҡурҡытмай.

Денис Бровченко, Калинин районы буйынса граждандарҙы яҡлау идаралығы етәксеһе урынбаҫары:  «Рәсми пляждарҙа  һыу  төбөн  ҡотҡарыусылар таҙарта.  Ә  башҡа ерҙә  һыуҙың ағымы көслө һәм  һыу төбөндә  ағас, башҡа әйберҙәр ятыуы ихтимал. Шуға халыҡ махсус урындарҙа ғына һыу инергә тейеш».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку