Өфөнөң Затон биҫтәһендә йәшәүселәргә эшкә һуңламаҫ өсөн бер сәғәткә иртәрәк уянырға тура киләсәк 14.09.2016

Сөнки ҡалаға ингән урында ағыҙыусы канализация төҙөлә башланы. Был  М-7 трассаһы яғынан килгән юлдың яртыһын ябыуға килтерҙе.

Ҡатмарлы инженер системаһына тотоноу менән урында автомобилдәр тығыны хасил булды. Шунлыҡтан кисә һәм бөгөн күптәр байтаҡ ваҡытын сиратта тороп үткәрҙе. Ҡала хакимәтенән белдереүҙәренсә, башҡарыласаҡ эштәр Ағиҙел йылғаһы аша һалынған яңы күпергә бәйле.  Ике ярҙы тоташтырыусы объект республика көнөнә файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика