Өфөнөң Затон биҫтәһендә Ағиҙел йылғаһы аша икенсе күпер төҙөлөшө йылдам бара 11.07.2016

Объект ҡалаға илтеүсе һәм сығыусы юлдарҙы иркенәйтер тип күҙаллана. Белгестәр фекеренсә, яңы күпер йөҙ йыл хеҙмәт итәсәк.

Заманса күпер төҙөлөшөндә  Еропа илдәрендәге алдынғы  технологиялар ҡулланыла. Элекке тимер-бетон объекттар коррозияға бирелеүсән булһа, яңыһында полимер материалдарҙан гидроизоляция ҡулланыла. Төҙөлөш материалының эҫе һауа шарттарында киңәйеүе һәм оҙонайыуы ла иҫәпкә алына.
Күпер төҙөүселәр  төҙөлөш ҡоролмаһының каркасын үҙ урынына ултыртыу  менән мәшғүл.  Әйткәндәй, был күпер 836 метр оҙонлоҡта. Ауырлығы - алты мең тонна. Элекке күперҙәр икешәр коробканан торһа, Затондағыһы  бер генә өлөштән. Прораб тарафынан бирелгән һәр команда домкрат менән идара итеүсе белгестәр тарафынан теүәл үтәлә.
Күпер төҙөлөшөндә карст ҡатламдары менән бәйле ауырлыҡтар килеп тыуһа ла, мәсьәлә хәл ителгән. Әлеге ваҡытта күпергә инеү юлдары нығытыла, тораҡтар, баҫҡыс яңдауыры нығытыла.
Рената Сәләхова, Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте  етәксеһе: «Затон биҫтәһендә төҙөлгән яңы күпер  Өфөгә тығындарҙы кәметәсәк. Бында йәйәүлеләр өсөн дә хәүефһеҙ юл һыҙаты булдырыла. Шулай уҡ баш ҡаланың Транспорт урамындағы юл төҙөлөшө Шаҡша биҫтәһенә йөрөүҙе лә еңеләйтә».
Был аҙнала күперҙең өҫкө өлөшөнә кәртәләр ҡуйыласаҡ. Өфөнөң иң ҙур һәм мөһим төҙөлөшөнә яуаплы хеҙмәткәрҙәр объектты үҙ ваҡытында , вәғәҙә ителгәнсә, сентябрь башына файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика