Өфөнөң Әй урамында йылылыҡ торбалары алмаштырыла башланы 28.10.2015

Ремонт эштәре  278 метр арауыҡта бара. Йылылыҡ магистралдәрен алмаштырыуҙа заманса технологиялар һәм материалдар ҡулланыла.  Төҙөкләндереү  алдынан бында  байпас тип аталған яңы  үткәргестәр урынлаштырылған. Улар ҡулланыусыларҙы йылылыҡ һәм йылы һыу менән ремонт ваҡытында ла тәьмин итеү мөмкинлеге бирә  ярҙам итә.  Халыҡта төҙөкләндереү барышына мөнәсәбәт төрлөсә, берәүҙәр иҫке торбаларҙы  яңыртырға  кәрәк тип иҫәпләй, икенселәре  юл ҡапланыу менән килеп тыуған уңайһыҙлыҡтарға зарлана.

Александр Лоскутников, Әй урамында йәшәүсе: «Был урамда өҙлөкһөҙ ремонт эштәре бара,  берәй ҡасан бөтөрмө юҡмы инде.  Үтеп сыҡҡыһыҙ бысраҡ, батҡаҡ. Йылы, ҡоро ваҡытта алмаштырһалар яҡшыраҡ булыр ине. Түҙергә тура килә инде».
Башҡортостан йылылыҡ селтәрҙәре компанияһы  хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә торбаларҙы алмаштырыу  көн талабы. Сөнки иҫкергән йылылыҡ селтәрҙәре  арҡаһында авариялар сығыуы мөмкин.  Ремонттан һуң был урамда  тротуар плитәләрен алмаштырыу,  арматураларҙы  яңыртыу ҙа ҡаралған.
Андрей Яматин, «Башҡортостан йылылыҡ селтәрҙәре» компанияһының матбуғат хеҙмәткәре: «Был участкалағы  йылылыҡ селтәрҙәренең  хеҙмәт итеү срогы үткән, улар 60-сы йылдар аҙағында уҡ һуҙылған,  2000-се йылдар башында капиталь ремонт үткәрелгән, әммә бөгөн уларҙы     заманса пенополиуретан  торбаларға  алмаштырыу мотлаҡ.   Әй урамындағы  ремонт эштәре башҡаланың көньяҡ зонаһын  йылылыҡ менән өҙөклөкһөҙ  тәьмин итергә булышлыҡ итәсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика