Өфөнө үҫтереү буйынса яңы генераль план төҙөлгән

Өфөнө үҫтереү буйынса яңы генераль план төҙөлгән 31.07.2014

Өфөнө үҫтереү буйынса яңы генераль план төҙөлгән. Уға ярашлы, баш ҡалала халыҡ иҫәбе 2025 йылға тиклем 30 меңгә артыр тип күҙаллана. 11 миллион 950 мең квадрат метрлыҡ майҙанда торлаҡ төҙөләсәк. Яңы генераль план тураһында Өфөнөң баш архитекторы Илдар Ибраһимов бөгөн Өфө ҡала хакимиәтендә журналистар менән осрашыуҙа белдерҙе. Фекер алышыуҙа күләмле төҙөлөштәр тикшерелде.

Яңы генпланға ярашлы, ҡаланың һәр мөйөшөндә лә үҙгәрештәр көтөлә. Өфө йылдан-йыл ҙурая. Яңы план киләсәктә иҫкергән йорттарҙы һүтеп, инфраструктураны үҙгәртеп, замаса уңайлыҡтар булдырылған мегаполис төҙөүҙе күҙ уңында тота. Ҡайһы бер урындарҙа төҙөкләндереү эштәре башланған да инде. 2015 йылда уҙғарыласаҡ Шанхай һәм БРИКС илдәре ойошмалары саммиттарына Өфөнөң бер нисә бинаһында реконструкция бара. Улар оҙаҡламай файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Мәҫәлән, быға тиклем Конгресс-холл бинаһы күптәргә сауҙа һәм ял итеү урыны булараҡ таныш булһа, киләһе йыл объектта эштәр бөтөүгә ул халыҡ-ара сәйәси үҙәккә әйләнәсәк. Дим, Затон, Шаҡша биҫтәләрендә лә үҙәгәрештәр көтөлә. Был микрорайондарҙа халыҡ иҫәбе йылдан-йыл арта. Шуға ла торлаҡ йорттар һәм эшҡыуарлыҡ өсөн яңы биналар төҙөү талап ителә. Эшҡыуарлыҡты үҫтереү халыҡты эш урындары менән тәьмин итергә ярҙам итәсәк. Затонда Паралимпия комплексы төҙөлһә, Глумилин урамында балалар баҡсаһы, уҡытыу үҙәге төҙөү ҡаралған. Шулай ҙа генераль планға ҡайһы бер үҙгәрештәр индереү өсөн Өфөлә күләмле форум уҙасаҡ. Илдар Ибраһимов, Өфө ҡала хакимиәтенең архитектура идаралығы етәксеһе: «Өфөлә күләмле форум августа уҙғарыла. Уның төп темаһы: ҡалаларҙы һәм төбәктәрҙе социаль-иҡтисади яҡтан үҫтереү. Форум сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр, лекциялар эшләйәсәк. Фекер алышыуға эшҡыуарҙар, эксперттар һәм төҙөлөш өлкәһе белгестәре саҡырылған». Бөгөн Өфөнөң 20 мең гектарға яҡын майҙанын урман биләй. Әммә халыҡ өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған бер генә парк та юҡ тиерлек. Генераль планға ярашлы, баш ҡала сиктәрендәге Ҡариҙел, Ағиҙел йылғалары буйындағы ҡарауһыҙ ҡалған урмандар таҙартыласаҡ. Унда әүҙем ял өсөн шарттар тыуҙырыласаҡ. Ҡайһы бер парктарҙа уңайлыҡтар булдырыу эше әүҙем бара. Әйтәйек, Урмансылар паркында төҙөкләндереү эштәренең тәүге этабы сентябрҙә тамамланыр тип күҙаллана. Осрашыуҙа иғтибарҙан генераль пландағы етешһеҙлектәр ҙә ситтә ҡалманы. Мәҫәлән, Черниковка биҫтәһе аша үтәсәк магистралдән баш тартырға кәрәк, тигән фекерҙә Өфөнөң баш архитекторы Илдар Ибраһимов. Магистралде төҙөү өсөн күп йорттарҙы һүтергә тура киләсәк, ә был бик мәшәҡәтле буласаҡ, тип билдәләй белгес. Өфөнөң төп трассаһы - Салауат Юлаев проспектын һуҙыу мәсьәләһе лә бәхәсле. Шулай ҙа баш ҡалала юлдарҙы киңәйтеү мөһим, был тығындарҙы кәметәсәк. Дөйөм алғанда, тормошҡа ашырасаҡ эштәр күп. Генераль план 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән. Хәҙер уға ҡайһы бер үҙгәрештәр индереп, үтәргә генә ҡалған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку