Өфөнөң тарихи йөҙө юғала йәки Аксаков урамында урынлашҡан Кочкиндың килемле йорто һүтелде

Өфөнөң тарихи йөҙө юғала йәки Аксаков урамында урынлашҡан Кочкиндың килемле йорто һүтелде 29.12.2016

Уҙған быуат башында нигеҙ һалынған бина мәҙәни мираҫ объекты тип һанала, әммә урындағы төҙөлөш компанияһы тейешле документаль экспертизалар яһап, суд аша йорттоң тарихи әһәмиәтен төшөрөүгә ирешә. Киләсәктә эшҡыуар әлеге биләмәлә  күп ҡатлы торлаҡ төҙөп, студенттарға, йәш ғаиләләргә ҡуртымға бүлмә, апартаменттар файҙаланыуға тапшырырға йыйына. Әммә вәғәҙә әлегә һүҙҙә генә, проект-документация әҙер түгел.

1915 йылда Өфө губернияһында килемле йорт төҙөлә. Аксаков урамында урынлашҡан был бинаның хужаһы сауҙагәр Федор Кочкин була. Тышҡы һәм эске биҙәлеше  менән ул бер быуат ваҡыт үтһә лә, барыһын да һоҡландыра. Шулай ҙа мәҙәни мираҫ объектының киләсәге бер көн эсендә хәл ителә.
Хәҙер архитектура урынында тик емереклектәр генә. Яңыраҡ Силәбеләге суд ҡарарына ярашлы бина һүтелә. Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы, йәмәғәт ойошмалары күпме генә төҙөлөш компанияһы менән көрәшмәһен, барыһы ла бушҡа була. Тиҙҙән был алтынға торошло ер участкаһында күп ҡатлы йорт ҡалҡасаҡ.
Объект тирәләй низағ бер нисә йыл элек үк башлана. Уҙған йыл да бина яртылаш емерелә, әммә ул ваҡытта һүтеү процессы дөйөм көс менән туҡтатыла. Шулай ҙа төҙөлөш компанияһы юристары күпкә аҡыллыраҡ булып сыға. Улар махсус экспертизалар яһап, килемле йорттоң мәҙәни мираҫ объекты булмауын иҫбатлай. Судтан һуң бина ер менән тигеҙләнә
Раушан Мамаризаев, шаһит: «Бында таңғы сәғәт 4-5-тәр тирәһендә махсус техника килде. Иртәнге туғыҙҙа йорт тулыһынса һүтелгәйне. Минеңсә, был енәйәт эше! Бер быуатлыҡ тарихи бинанан кирбестәр генә ҡалды».
Килемле йорттоң мәҙәни һәм тарихи әһәмиәте барыһына ла мәғлүм була.  Әммә уны «Айырыуса һаҡланған объект» реестрына индереп кенә өлгөрмәйҙәр
Төҙөлөш компаниеһы етәксеһе Андрей Носков әйтеүенсә, барыһы ла юридик яҡтан дөрөҫ эшләнгән. Шулай ҙа киләсәктә килемле йорт үҙенең тәғәйенләнешен юғалтмаясаҡ, был урында йәштәргә, башлыса студенттарға ҡуртымға бәләкәй фатир-студиялар биреләсәк.
Андрей Носков, «пск-6» төҙөлөш компанияһы директоры, өфө ҡала округы советы депутаты
Киләһе йыл йәй был биләмәлә күп ҡатлы бина төҙөлөшө башланасаҡ, илдәге иҡтисади хәл ҡулай булғанда, 2018 йылдың аҙағында апарт-ҡунаҡхананы файҙаланыуға тапшырырға ине. Ундағы фатирҙар артабан һатылырмы-юҡмы, билдәһеҙ. Әлегә беҙ уны килемле йорт, ҡуртымға биреләсәк торлаҡ булараҡ планлаштырабыҙ.
Ниәт бойомға ашырмы-юҡмы, ысынлап та, һорау аҫтында. Буласаҡ объекттың план-докмуентацияһы әҙерләнә генә. Баш ҡала хакимиәте иһә барыһын да контролгә алырға вәғәҙәләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика