Өфөнөң Совет майҙанында  бөгөн тынлы орекстр,  Башҡорт дәүләт академия хор капеллаһы һәм  йыйылма хор ҡатнашлығында концерт үтте 12.06.2015

Байрамға республиканың Октябрьский, Бөрө ҡалаларынан, Ауырғазы, Архангел райондарынан  һәм башҡа төбәктәрҙән ижади   коллективтар килде.

Иртәнге сәғәт ете түгел, көндөҙгө ун икенсе ярты. Көн һайын радионан ишетергә күнеккән Рәсәй гимны  Совет майҙанында яңғырай.  Сәхнәлә республиканың тынлы оркестры.   Концерт  бер юлы өс  байрам- Рәсәй көнө, Өфөнөң тыуған көнө,  Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын берләштерә.  
Майҙанға меңдәрсә тамашасы йыйылды. Улар араһында  баш ҡаланың почетлы граждандары ла бар. Тамашасылар концертты  ҡарап ҡына ултырманы, ҡушылып йырланы. Ҙур экранда йырҙарҙың һүҙҙәре  яҙылып бара.  Ә ҡайһы бер дәртлерәктәр бейеүгә төштө. Улар араһында туҡһанды үткәндәр ҙә бар.
Биш йөҙҙән ашыу солист ҡатнашлығындағы йыйылма хор - республика төбәктәренән тупланған. Улар һуғыш йылдарындағы йырҙарҙы  башҡарҙы. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры янындағы балалар опера стулдияһы  йырҙары   күптәрҙе бала сағына  алып ҡайтты. Репертуарҙа беҙ тыңлап үҫкән йырҙар.  
Бындай концерт һуңғы 20-30 йыл эсендә тәүгеһе тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Уҙған  быуаттың 60-70 йылдарында    райондарҙан хор  коллективтары килеп   байрамдар үткәрелә торған булған. Киләсәктә ошо матур йоланы тергеҙеү күҙаллана.
Концерт бер сәғәт  тирәһе  барҙы. Халыҡ патриотик рух, яҡшы кәйеф алып таралышты. Байрамға кем килә алмаусылар ,  уны  бер йылдан һуң  ғына күрә аласаҡ.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика