Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә янғын һүндереүселәрҙең сираттағы күнекмәләре үтте

Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә янғын һүндереүселәрҙең сираттағы күнекмәләре үтте 09.07.2014

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы полигондағы уҡыуҙарҙы йылына ике тапҡыр ойоштора. Сөнки хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри әҙерлеген тикшереп тороу көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Тыныс шарттарҙа был эште бары тик махсус йыһазландырылған уҡыу майҙанында ғына башҡарырға мөмкин.

Күнекмә барышында ҡотҡарыусыларҙың ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда эш итә алыу тәжрибәһе тикшерелде. Ҡуйы төтөн йәки ҡыҙыу ут эсендә бер секундҡа ҡаушап ҡалыуҙың кемдеңдер ғүмере өсөн хәл иткес булыуы ихтимал. Шуға ла күнекмәләрҙе ойоштороусылар, хәүефһеҙлек һағында тороусылар эш алымдарын яттан белергә тейеш, тигән фекерҙә.
Олег Кузьмин, 22-се янғын һүндереү бүлегенең часть етәксеһе: «Күнекмәләр янғын һүндереүселәр өсөн бик мөһим. Улар ҡыйыу һәм етеҙ булырға, бойороҡтарҙы тиҙ арала үтәй белергә тейеш. Янғын һүндергәндә һәм кешеләрҙе ҡотҡарғанда был сифаттар ҙур роль уйнай».


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика