Өфөнөң Пархоменко тыҡрығы урамындағы йорттарҙың береһендә электр уты ҡеүәте саманан тыш артып киткән 17.12.2014

Һөҙөмтәлә тиҫтәнән ашыу фатирҙың көнкүреш техникаһы сафтан сыҡты. Зыян күләме 50-шәр меңләп иҫәпләнә. Берәүҙәрҙең һыуытҡысы, ә икенселәренең барлыҡ техникаһы эшләмәй.

Рәмис Аллабирҙин зыян күләмен иҫәпләй. Уның йортондағы барлыҡ көнкүреш техникаһы ла тиерлек сафтан сыҡҡан. Электр уты бер янып, бер һүнеп тороуҙан фатир ҡапыл әсе еҫкә тулды, ти фатир хужаһы. Рәмис Аллабирҙин: «Сәбәбе, әлбиттә, электр утының норманан өҫкә күтәрелеүе. Шул көндө токтың көсөргәнешен тикшереп ҡараным. Автоматта ул 380 вольтты күрһәтә ине. Белмәйем был нимә менән бәйле булғанын?!» Был хәл күрше-күләндә лә күҙәтелгән. Торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре был ваҡиға менән хәбәрҙар. Эдуард Солтанов, 19-сы торлаҡ-коммуналь хужалығы баш инженеры: «Электр утының көсәйеүенә сымдың сафтан сығыуы сәбәпсе булды. Күп ҡатлы йортта йәшәүселәр әңгәмә алып барҙыҡ. Урында етешһеҙлектәр ҙә бөтөрөлдө». Электр утының тейешле норманан күтәрелеүе күп ҡатлы йорттоң бер подъезында күҙәтелгән. Һөҙөмтәлә 18 фатир хужаһының төрлө көнкүреш техникаһы сафтан сыға. Торлаҡ коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре зыян күләмен ҡапларға иҫәп тота, тик бының өсөн техниканың чегын күрһәтеү кәрәк. 

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика