Өфөнө ҡоштар бейеклегенән күрергә мөмкин 29.09.2014

Баш ҡалала 48 метрлыҡ  күҙәтеү ҡоролмаһы, халыҡса әйткәндә, «шайтан ҡуласаһы» асылды. Ул  6-шар урынлыҡ 24  кабинаны берләштерә. Объект Рәсәйҙә йыл әйләнәһенә эшләгән берҙән-бер ҡуласа буласаҡ, шулай уҡ ул иң бейектәрҙең береһе.  

Хәҙер алты минут эсендә Өфөнөң бар матурлығын өҫтән ҡарап төшөргә мөмкин. Кескәйҙәр өсөн билет - 100, өлкәндәргә 150 һум тора. «Етенсе күк» ҡуласаһы төнгө 12-гә тиклем эшләй, теләүселәр баш ҡаланың уттарға күмелгән мәлен дә күҙәтә ала.

Аттракцион инвесторҙар аҡсаһына төҙөлгән, проекттың хаҡы - 125 миллион һум, сығымдар яҡын киләсәктә үк ҡапланыр тип көтөлә. Сөнки ҡуласала әйләнергә теләүселәр күп. Бөгөнгө рәсми асыу тантанаһына тиклем үк 37 мең кеше аттракционда йөрөп өлгөргән дә инде.

Был - Рәсәйҙәге иң бейек ҡуласаларҙың береһе. Өҫтән Өфө ҡалаһы ус төбөндәге кеүек күренә. Ҡуласала йыл дауамында әйләнергә мөмкин. Кабиналар ҡышҡы сатлама һалҡындарҙа йылытыла, йәйгеһен иһә кондиционер эшләй.

Хужалар күҙәтеү ҡуласаһы баш ҡала халҡының иң яратҡан урындарының береһенә әйләнер тип көтә. Бында туй кортеждары туҡтай башлаған да инде. Күптәр яңы аттракционда әйләнергә ғаиләләре менән килә.

Рәмзиә Кәримова


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика