Өфөнөң  Орджоникидзе районы халҡына   йылылыҡ өсөн законһыҙ тотолған 19 миллион һум аҡса ҡайтарыла 01.02.2016

Был туралағы мәғлүмәтте бөгөн  Башҡортостан прокуратураһында бирҙеләр. Ә ғәйепле идарасы компанияға 150 мең һум  штраф һалынған. Беҙ  баш ҡаланың төньяҡ районында йәшәүселәргә юғары күләмдәге квитанциялар килеүе тураһында  хәбәр иткәйнек. Ниһайәт, ғәҙеллек тантана итте

Йорт хужалары  әле булһа ла тыныслана алмай,   намыҫһыҙ идарасы компания  уларҙың 20 миллионға яҡын аҡсаһын сәлдерә яҙа. Квитанцияларҙа тәүге өҫтәмә хаҡтар көҙ айҙарында пәйҙә була. Артабан хаҡтар тағы артҡас  халыҡ дәғүә белдерә башлай һәм прокуратураға  тиклем барып етә. Тикшереүҙәр Орджоникидзе районындағы 765 йортҡа йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙең законһыҙ иҫәпләнеүен иҫбатлай.
Илья Голубев, Өфөнөң Орджоникидзе районы прокуроры урынбаҫары: «Идарасы компания һәм уның директоры  административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. 150 мең һум  күләмендә штраф һалынған. Әле фатир хужаларының аҡсаһын кире ҡайтарыу буйынса эш алып барыла».
Идарасы компаниялар  иһә өҫтәмә сығымдар килеп сығыуҙа ресурс компаниялары ғәйепле тигән фекерҙә. Йәғни, тап улар  аҡсаны күберәк һораған.
Ирина Кучинская, Өфөнөң Орджоникидзе районы торлаҡ-коммуналь идаралығының юридик бүлек етәксеһе: «Йылылыҡ бүлеү селтәрҙәренә күсерергә тейешле сумма  беҙ халыҡтан йыйырға тейешленән күберәк ине. Ошо айырманы фатир хужаларына һалырға тура килде».
Әммә ресурс компаниялары әйтеүенсә, идарасы компаниялар менән торлаҡ милекселәре ширҡәте халыҡтан йыйған аҡсаны  ваҡытында күсермәй. Һөҙөмтәлә айырма барлыҡҡа, мәҫәлән, былтыр йыл аҙағына Өфө инженер селтәрҙәренә бурыс 170 меңдән артып китә.
Хәҙер иһә  мутлашыусы компанияларға бурыстарҙы ҡайтарыр ваҡыт етте. Орджоникидзе районының Ульянов урамында йәшәүселәр законһыҙ рәүештә түләтеләгән аҡсаларын ҡайтарып алды. Идарасы компанияларҙан алданыусылар баш ҡаланың башҡа райондарында ла бар. Совет районында йәшәүселәр ҙә ошо исемлектә. Уларға һыу өсөн өҫтәмә түләүҙәр килгән, баҡса һуғарған һымаҡ. Был фатир хужалары ла ғәҙеллек еңеренә һәм хәләл аҡсаларын кире алырына өмөтләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика